Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 16:04

Уғатарҙар мәргәнлектә ярышты

Зәйнулла ишан иҫтәлегенә турнир үтте

Яҙҙың беренсе көнөндә Зәйнулла ишан Рәсүлевтың иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап район балалары һәм үҫмерҙәре араһында традицион яндан атыу буйынса турнир үтте.
47 мәргән үҙен һынап ҡараны, 7 команда ҡатнаша - Ижад йорто, Комсомольск, Иманғол, Уральск, Наурыҙ, Аҡҡужа, Учалы тау сәнәғәте колледжы вәкилдәре.
Һөҙөмтәләр менән Вконтакте селтәрендәге “ УЧАЛЫ, УҠСЫЛАР ЯРЫШТАРЫ“ төркөмөндә танышырға мөмкин - https://vk.com/club163452406
Хәҙер инде 4-се йыл рәттән үтә был ярыш . Ярҙам өсөн тренер Илдар Исхаҡов ҡаланың Ижад һарайы етәксеклегенә (директор – Наил Ирмикимов), район мосолмандар берекмәһенә ( имам-мөхтәсиб – Дим Закиров), район башҡорттары ҡоролтайына ( Фәнил Бүләков) рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: