БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр: 46 йәшлек Учалы районы кешеһе банкта аҡса йыйған була. Ошо көндәрҙә уға билдәһеҙ кеше телефондан шылтырата, үҙен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра. Һәм картаның номерын, кодты әйттерә, йәнәһе лә, бурҙарҙан һаҡлау өсөн кәрәк. Хәйләһеҙ яҡташыбыҙ барыһын да әйтеп бирә.
Улай ғына ла түгел, икенсе көнөнә “банк хеҙмәткәре” йәнә шылтыратып, нисектер яҡташыбыҙҙы арбап ала. Эйе, арбағандыр, башҡаса аңлауы ҡыйын. Яҡташыбыҙ уның ҡушыуы буйынса банктан аҡсаһын ала, банкоматҡа барып, алдаҡсы әйткән счеттарға ваҡҡлап күсерә.... Күпмелер ваҡыт үткәс кенә төп башына ултыртылғанын аңлай ( 1 миллион 30 мең һумға), полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.