Иремдең эшкә китеүен һағалап тороп, күптәнән күрешмәгән әхирәтем килеп төштө ҡунаҡҡа. Икебеҙҙе бер тиңдәштәр тип кем әйтһен инде! Фырт ҡына машинала үҙе "за рулем" килгән әхирәтем ней, ҡыҙҙарға алмаштырмалы! Эйе! Оялып киттем һатта үҙ торошомдан. Училищела бергә уҡығайныҡ, мәңге "ҡойроҡ"ло Гөлнурҙы танырлыҡ та түгел! Беҙ баш - көллө хөкүмәт эшенән ҡалҡып сыға алмай, ней эшләгәнебеҙ йоҡмай көн күргәнебеҙҙә, ул ни ана, йылы яҡта ял итеп, донъя гиҙеп тик йөрөй икән. Итәк тултырып бала ла тапмаған, беҙ генә ул... Өлтөрәп йөрөп һый хәстәрҙәгән булдым. Туңдырғыстан емеш-еләгемде сығарып иретә һалып ҡуйҙым. Ҡырҙа йәшәйем ти бит, ҡалала, үҙебеҙҙең ер емеше танһыҡтыр тием уға. Көлөп ебәрһә утыҙ ике теше лә йылтырап - ялтырап киткән әхирәтем өйгә ингәс тә һис тартыныуһыҙ бар "мөлкәткенәбеҙҙе" тетеп ҡарап сыҡты. Ҡәйнәм мәрхүмәнән ҡалған, һыңғар тояғы һынғанға кирбескә терәтеүле сервантты оҙаҡ ҡына "һөҙҙө" Ҡасандыр балаларым ҡыҙыҡ күреп йыйған, аҙаҡ әйләнештән сығып, үҙ урынын тапмай ҡырлы эстәкән эсенә тултырылған боронғо тинлектәрҙе алып ҡараны ул тәүләп. - Фая, быларҙы зачем храните? Һатыр кәрәк! Банкта принимают же. Говорят дорогие они. Аҡса ит! Немедленно аҡса ит! Потом сожалеешь а то, - тип миңә ҡарап ҡуйҙы. - Әллә, -тигән булдым яурын һелкеп. - Никакуй әллә! Үҙемдең артымдан "эйәреп" килгән һандыҡ өҫтөнә өйөлгән, ҡәҙергә генә тип һаҡталған ҡаралты ла ҡаты тәнҡиткә тотолдо. - Фая? Хәҙер кем былайтып урын йыя? Не модно уже! Продавай подушек пока собирают! Хочешмы бер номер бирәм, улар йыя пух. Осһоҙ түгел как все, ҡиммәт! Саңға батырып һалып ҡуйғансы - аҡса ит! Ярай тигән булып, әхирәтемдең күңелен уйлап, биргән телефон номерын яҙып алған булдым. Ҡысҡыртып сәйнүгем ҡайнауын белгертте. Сәй табыны артында ла Гөлнур әхирәт аҡса тирәһендә өйрөлдө. Уның килеүе хөрмәтенә тип өҫтәлгә сығып ултырған емеш-еләкте лә , аҡса итмәй ней, тип һөйләнеү аша тәмләне. Ауыл кешеһенә көнө буйы гәп һатып ултырыу ҡайҙа. Һыйырымды һыу эсерәйем тип тышҡа сығыуыма, әхирәтем дә эйәрҙе. Аяҡ аҫтым тулып йөрөгән тауыҡтың бер йәйҙә күпме йомортҡа һалыуын һорашҡас, күҙҙәре тап шул йомортҡалай түгәрәп : - Оҙон ҡыш буйы буш ашатаһығыҙмы шунан? Лутсы көҙ үк аҡса ит! Яҙғыһын ҡыҙыл тауыҡ ал бик кәрәкһә, көҙгә әпәт аҡса ит! Вәт һиңә бизнесс!-тип һалды. Ҡалайтып бала тауыҡтарҙы салып бөтмәк кәрәк? Баҫһалар барыбер себеш кенә булалар, йәнен алып мы ни?, Эстән генә "тулкһыҙ" хәбәргә көлөп ҡуйҙым. Үҙе ауылда йәшәмәгәс, хәбәргенәһе лә тоҡос шул. Үҙенә тиңәшеп килгән үгеҙе менән һыйырым кәритәнән һыу эскәнен күргәс, әхирәтем бөтөнләй бот сапты. - Вы чо?! До сих пор бычков не продавали? Нисколько бесән ашай ул һеҙҙең за зиму, вы это сосчитали хоть?-тип ебәрҙе. - Мал булғас ашай инде, шулар өсөн эшләйбеҙ бит курмыны. Ашатмағас ул бесәнде үҙем ашайыммы ни аҙаҡ?-тип көлкөгә һабыштырырға булдым һүҙем. Әйтерһең дә ғүмер буйы колхоз экономисы булған был Гөлнур! Әллә ниндәй һандар килтереп үҙенең хаҡлылығын иҫбатлап маташты. Артымдан эйәреп тылҡыған хәбәре сәпсим дә мин аңларлыҡ түгел. Ҡул һелтәнем! Аҙна уртаһы ғына булһа ла, юл кешеһе бит әле әхирәтем тип, мунса яғып ебәрҙем. Ҡайын миндеген бешереп тороп, тап ауылса йыуындырмаҡсы булдым үҙен. Беҙ бергилке студент саҡтарҙы иҫләп көлөшөп ултырғансы, мунса янып та бөттө. Төндөгөн томаланым да, яңы миндек алайым тип келәткә индем. Әллә ҡайҙан килеп тә сыҡҡан бит әле артымдан! - Ах! Фая! У вас до сих пор самауыр даже имеется? Почему оно вам? Продавай! Ҡиммәткә йыялар городта, һинеке бит боронғо, тем более спрос большой на таких. Хошешь мин һиңә берәүҙе ебәрәм потом?- тип "ҡоҙалай" ҙа башланы минең һике өҫтөнә теҙеүле күмер самауырҙарымды. - Эй ҡуй сәле, Гөлнур?! Ҡомартҡы ғына бит ул улар! Береһе ҡәйнәмдеке, икенсеһе әсәйем биргән бүләк. Ҡалайтып һатмаҡ кәрәк?!- тип келәт ишеген йоҙаҡҡа элеп ҡуйҙым. - Подруженька! Всему свое время, вот күрерһең, мин әйтте тиерһең потом, бер кемгә лә хәжәте ҡалмаясаҡ был самауырҙарҙың. Йыйған саҡтарында һатып ҡал! Аҡса ит! Бер аҙ теңкәмә тейһә лә ошо "аҡса ит" тигән һүҙе, күпмегә генә килгән әле әхирәтем ҡунаҡҡа, өндәшмәйем , тип үҙ үҙемде тыйҙым. Мунса таҫтамалын шифонерҙан алам тигәнсе, ҡайным мәрхүмдең ордень миҙалдары ятҡан төргәк "таңҡ" итеп иҙәнгә килеп төштө. Ҡыҙыҡһыныусан сос әхирәтем мин эйелгәнсе алып та өлгөрҙө төйөнсөктө. - Фая-я-я! Ты даже не представляешь сколько богатсва в этих металлах! Я даже знаю одного мужика, он тачку свою предлагал за вот такой ордень. Әйҙә, һат, әй! Зачем они тебе? Все равно ҡайның давно үлгән. Ирең төпсөнөп торор тиһеңме? Юғалды тиген дә, и фсе! Хәйлә өйрәтеп маташыуы бөтөнләй оҡшамай башланы. - Ашарға һорамай әле, ятһын!-тип ҡулынан тартып тиерлек алып кире шифонер төбөнә һелтәнем миҙалдарҙы. Мунса соланында яҙ еткәс ялан кәртәгә сығып ултырасаҡ еҙ тастың түңкәреүле ятыуын күргәс тә, Гөлнур һаман үҙенең "аҡса ит" һүҙле йырын башланы. Ҡолаҡ һалманым, ишетмәмеш булдым был юлы. Мунса шәп! Ирем эшкә киткәне бирле бер үҙемә мунса төшөүҙе әллә нисек күреп йыбанып йөрөй инем, яҡшы булды әле ул бер яҡтан, тип ҡыуана биреп яулыҡ - халаттарымды һала ла башланым. Түбәмә төйөүле сәс тотоломомдо күргәс, Гөлнур әхирәтем ҡайҙа килгәнен дә онотоп тағы ла "аҡса ит" һүҙле йырҙы дауам итте. - Фая, не от зависти эти слова, аңла мине. Вот ты считай сперва, за год күпме шампунь китә һиңә ошо сәс өсөн? Тарар кәрәк потом, үрергә еще. Если ҡырҡтырһаң сәсеңде обязательно һат! Аҡса ит! Ҡиммәт улар, тем более һинең не окрашеные, без седины. Сәс һатып байыған кешене ишетмәһәм дә, белмәһәм дә, ыста, шулаймы ни, ярай әтеү, тигән булдым. - Еще что әхирәт...Вот һин месяцами дома сидишь, мал ҡарайһың да и фсе! А мужик твой там тусует с бабками, не веришь? Не верь! Но это так! Мин даже үҙем булғаным бар унда,- йыуынып ултырған тасымды һыуы ние менән этеп ебәреп, Гөлнурҙың хәбәренә ҡолаҡ һалып тыңлай башланым. Ишеткәнем бар шул шундай хәбәрҙәрҙе. Ысын микән ней? - Һин күпме һорама мужик твой не расскажет ничего. Лучше здесь ты сама позаботься о себе. Аңлайыңмы мине? Была бы у меня твоя красота! Я бы знала как жить! Короче, заводи кого то, только не бесплатно! Кит, эстәғәфирулла! Өндәшмәгән һайын сәпсим шашты ла һаң был әхирәт! Бер ир етмәгәнме ни, икенсеһе миңә нимәгә?- сап - соп һыуымды сәскеләгән булып йыуыныуымды дауам иттем. - Фая, вот тебе не интересно откуда у меня все? Если интересно, по дружески расскажу. - Давай,-тигән булдым бөтөнләй шым ултырырға теләмәҫтән. Һөйҙәһен әйҙә, үҙемә лә ҡыҙыҡ әле ул уның былай фырт йөрөүенең сере. - Я тоже вышла замуж по любви. Родила сына. Муж выпивал. Аҡса етмәй. Йәнем көйөп айырылдым. Бала садикта, үҙем эштә. Хет суҡын, но квартираға түләргә аҡса ҡалмай ҙа ҡуя. Йыйылып китте бурыс. Эс боша ғына. Однажды хозяин квартиры предлагал сделку, за квартиру я начала платить ...собой. Ишеткәндәремдән тәнем эҫеле - һыуыҡлы булып китте. Ул тиклем дә була икән дә, аһ! Сикәнес һымаҡ та хатта, кит, тәүбә! Бер мунса төшкәнсе генә лә ҡайҙа-ҡасан аҡса "һуҡҡанын", төшөмдөң ҡайһы тирәлә мул булыуын да һөйләп бөттө Гөлнур. - Потом оҫтарып киттем! Ҡайһы ирҙең аҡсаһы күп - ул минеке! Хатта никах уҡытып алып ҡайтып китәләр кәләш итеп, мин алтын - көмөшкә ҡойоноп "баллы ай" үткәрәм дә, эҙ яҙҙырам. Нимәгә ул ир миңә? Шулай ҙа инде?! Аптырап ҡарап ҡуйыуым да өркөтмәне Гөлнурҙы. Себер яғына "командировкаға" барып ҡайтыуын да, оло ҡыуаныс кеүек еткерҙе. Машинаһын да, квартираһын да нисек "эшләп" алыуын һис йәшермәй һөйләне ул. Фаяға ла, буш ултырма биш мөйөшөңә бикләнеп, тип "аҡыл"өйрәтеп маташты хатта. Тәндәр еңеләйеп, битәр алланып мунсанан сыҡһаҡ та, күңел төбөнә ҡаты төйөр инеп ҡунаҡланы минең. Сәй табыны артында ла әпәт шул аҡса "көйө" яңғыраны... Иртән тороп юлға сыҡҡан әхирәтемде туңдырғыстан сыҡҡан мул ғына ауыл күстинсәләре менән оҙаттым. Буп буш ҡалған өйөмә ингәс, оло көҙгө янына килдем дә, йылмайып ҡарап ҡуйҙым. "Ниндәй байбисәмен икән дә! Бығаса белмәгәнмен дә хатта! Кемдер аҡса артынан сапҡанда, мин тапап ҡына йөрөйөм икән дә уны! Яулығым аҫтында ла, һандығым өҫтөндә лә, келәтемдә, шифонерым төбөндә, мунсам соланында, һарайым түрендә, хатта эләгеп йығылмалы булып аяҡ аҫтымда ла аҡса үҙе "йөрөй" икән дә! Ә үҙем һуң?! Байбисәмен! Эшем дә бар, ашым да, һөйһәм балам, лутсы үҙ намыҫым менән таҙа ҡалам!"-тип ҡуйҙым үҙ алдыма. Ысын да инде, ивет?! Аҡсаламы ни бар бәхет... (Фая әхирәттең һөйләгәндәрен Миңзәлә © яҙып алды????)