Новости
3 Марта 2020, 07:35

Бала табырға ваҡыт

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе. Иң әүҙемдәргә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар йә иһә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр тапшырыла.
Социаль селтәрҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты. Башҡортостан Республикаһы» төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, акция йөклө йәки бала табырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер-береһенә йыл башынан балалы ғаиләләр өсөн дәүләт яғынан тормошҡа ашырылған ярҙам саралары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә.
«Бала табырға ваҡыт» акцияһында ҡатнашыу өсөн Instagram селтәрендә #балатабырғаваҡыт билдәһе менән фото һалырға һәм йөклөлөктө планлаштырыу тарихы тураһында яҙырға кәрәк. Бала табыу хаҡында уйлаған гүзәл заттарға ошо социаль селтәрҙә фанбитлектәр һәм фильтрҙар булдырыла.
Бала көткән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең фотоһын info@butskaya.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – социаль селтәрҙә йәки ойошманың рәсми порталында.
http://www.bashinform.ru/news/1420334-v-rossii-k-8-marta-zapustili-aktsiyu-vremya-rozhat/
Читайте нас