Уҡыу йылы тамамланыуға күп ҡалманы, тиҙҙән Учалы тау сәнәғәте колледжының өлкән курс студенттары диплом алып, тау сәнәғәте предприятиелары хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырасаҡ. Уларҙың араһынан кемдәрҙер мотлаҡ рәүештә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә киләсәк. Был ғәжәп түгел, сөнки Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған шахтеры Зәкәриә ҒИБӘҘУЛЛИН Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары менән осрашты. Осрашыу дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Тәүҙә Зәкәриә Рәвғәт улы үҙе менән таныштырып үтте. -Бала саҡтан тау, шахта эше бик кәрәкле, ҡыҙыҡлы һөнәр икәнлегенә инанып үҫтем. Магнитогорск ҡалаһында Г.И. Носов исемендәге дәүләт техник университетын тамамланым. Студент йылдарында уҡ яҡшы уҡытыусылар, остаздар менән аралашып йәшәнем. Уҡып бөткәс, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эш башланым. Берҙәм, татыу коллективта һөнәр нескәлектәренә төшөндөм, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йәштәргә ихлас ярҙамлаша, йүнәлеш бирә, ныҡлы терәк була белә ине. Һөҙөмтәлә тау эшенә 36 йыл ғүмеремде бағышланым һәм быға һис кенә лә үкенмәйем, - тине ул. Осрашыу барышында йәштәр өсөн ниндәй социаль ярҙам саралары булыуы, тормошҡа ашырылып килгән проекттар, программалар, комбинатҡа ниндәй белгестәр кәрәклеге, "Әсәлек капиталы", демография, хатта пенсия реформаһы тураһында һүҙ барҙы. Бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Шуға күрә Зәкәриә Рәвғәт улы студенттарға эшсе һөнәрҙәрен үҙләштерергә, хеҙмәт юлын ошонан башларға ла кәңәш бирҙе. “Яҡшы механик булыу өсөн тәүҙә слесарь булып эшләргә кәрәк”, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Предприятиеға тәү сиратта флотаторҙар, проходчиктар, электромеханиктар, информацион технологиялар белгестәре талап ителә. Сәнәғәт предприятиеһы вәкиле менән осрашыу бик һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы булды. Буласаҡ таусылар сығыш яһаусыны иғтибар менән тыңлап, үҙ һорауҙарын бирҙе. Был осрашыуҙа студенттар предприятиела практика үтеү, вакансиялар, киләсәктә эшкә урынлашыу буйынса һорауҙар бирҙе.-Тау сәнәғәте колледжы студенттары менән осрашыу минең өсөн бик әһәмиәтле булды. Үҙ сығышымда Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе менән ентекләп таныштырырға, буласаҡ белгестәрҙең һөнәр һайлауҙа яңылышмауҙарын аңлатырға тырыштым. Сөнки файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу тар йүнәлешле һөнәр һәм һәр белемле белгес алтынға бәрәбәр. Улар менән аралашыу үҙемә лә бик оҡшаны һәм артабан да бындай осрашыуҙарҙы дауам итергә кәрәк, тип уйлайым, - тине Зәкәриә Ғибаҙуллин. Заманса һөнәри белем биреү системаһының талабы шундай, илгә үҙ эшен яҡшы белгән, яңынан уҡытыу талап ителмәгән белгес-практиктар кәрәк. Ошондай саралар традицияға әүерелер һәм ике яҡҡа ла отошло булыр, тип ышанаһы килә.