Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 12:50

Исемлек киңәйҙе

Радий Хәбиров йорттарын газға тоташтырыр өсөн ташламалы сертификат алыуға хоҡуҡтары булған граждандар исемлеген киңәйтергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров йорттарын газға тоташтырыр өсөн ташламалы сертификат алыуға хоҡуҡтары булған граждандар исемлеген киңәйтергә тәҡдим итте.
Һүҙ блоклы йорттағы фатирҙың милексеһе йәки өлөшсөһө булған граждандар һәм өс йылдан күберәк ваҡыт инвалидтар менән йәшәгән кешеләр тураһында бара. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников был сертификатты бөгөн алырға хоҡуғы булған кешеләрҙе һанап сыҡты. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары (100 мең һум), аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалары булған ғиләләр һәм күп балалылар (100 мең һум), һәм шулай уҡ аҙ тәьмин ителмәгән инвалидтар, инвалид балалы ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр (60 мең һум).
Сертификатты йорттағы газ ҡорамалдарын урамдағы селтәргә тоташтырыу менән шөғөлләнгән ойошмалар менән иҫәпләшкәндә генә файҙаланыра була.
Сертификаттар биреү республикала өсөнсө ай дауам итә. Был ваҡыт эсендә 1984 ғариза тапшырылған, 570 сертификат алынған һәм 116 йортто газға тоташтырып та өлгөргәндәр.
Былтыр республика бюджетынан был маҡсатта 64 миллион һум аҡса бүленгән. Ә 2020 йылдан 2022 йылға тиклем йыл һайын 200 миллион һум тотоноласаҡ. Иҫәп буйынса, был 8350 хужалыҡты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: