Салауат районының Мөрсәлим ауылында булған хәл шаҡ ҡатырҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөләйхә Сәйетғәлина дәрескә әҙерлекһеҙ килгән ҡыҙ баланы кәмһеткән һәм рәнйеткән. Ул ҡыҙҙы уҡыусылар алдында “алкоголик” тип кәмһетә, бөтә класҡа унан көлөргә тәҡдим итә. Уларҙың әйтешеүе диктофонға яҙыла.
“Һин бит көнө-төнө араҡы эскән олатайың менән йәшәйһең. Һин бында эскесе кеүек ултыраһың, тәртибең эскесенеке кеүек, бына нисек һине тәрбиәләйҙәр. Ғаиләңдәге бөтә бысраҡты бында ташыйһың, тәрбиәһеҙ һәм йыйнаҡһыҙһың, үҙең өсөн яуап бирмәйһең”, - тип битәрләй.
”Мин һеҙҙе һигеҙенсе класта тип ҡарап тормам. Аҫылыныуығыҙ яҡшыраҡ,” – тип тә сҡындыра. Ҡурҡыныс хәл, әлбиттә. Тел уҡытыусыһының был ҡылмышы милләтебеҙгә тап төшөргәндәй. Әле уҡытыусыны эштән бушатҡандар. Эш бының менән генә бөтмәҫ, хәл юғарыла ла тикшерелә.