Эй, Хоҙайым, иремә булған әрнештәрем балаларыма төштө. Бәләкәй генә Фәнилем әсәйhеҙ ҡалды, Рәмилемә терәк юҡ. Ишетәhеңме мине, Хоҙайым ,балама ярҙам итергә рөхсәт ит. Һинең бит ҡөҙрәтең киң.Ҡәберем өҫтөндә туңып үлә бит! Белеп ятырымды белhәм дә, был тиклем дә ғазаптар кисерермен тип уйламағайным. Хоҙай тәғәләм, ишет ялбарыуымды! Бер мәлгә генә ергә ҡайтар. Баламды ҡотҡарайым. Уға hүҙ ҙә ҡушмам, ҡағылмам да, бары кешеләрҙән ярҙам hорармын! Хоҙай Тәғәләм, ярҙам ит миңә!» Гөлфиә ҡәбере өҫтөндә үкhеп илаған сабыйын тойоп, бер Хоҙайҙан hораны, ялбарҙы. Әсә хисенән дә тәрәнерәк тойғо юҡтыр донъяла. Уны ишетмәү мөмкин түгел. Етмәhә, ана бит Рәмиле тилмереп урам ҡыҙыра. Күккә ҡарай. Әйтерhең, әсәhенең ҡараштарын эҙләй.
Ҡатын алыҫтан килеүсе машинаға ҡул күтәрҙе. Туҡтаманы. Алдына яңынан сыҡты. Водитель туҡтарға ла уйламаны. Киреhенсә, тиҙлеген шәбәйтте. «Ҡәберлек янына килеп еткәс, бөтөнләй туҡтамаҫ инде», – тип уйланы Гөлфиә.Өсөнсө кеше күренгәс, Рауил туҡтамай булдыра алманы. КамАЗ-дың ишеген асып: «Һеҙгә ҡайҙа? Ултырығыҙ тиҙерәк. Өфөгәлер инде», – тине .Таныш түгел ханым менеп ултырырға ашыҡманы. Үҙебеҙсә өндәшhәм, күңеленә барып етер тип, ялбарыулы тауыш менән: «Ярҙам итегеҙ, зинhар! Ҡәберлектә бала илай. Шуны инеп алырға кәрәк. Яңғыҙым инергә ҡурҡам», – тине. Егет үҙебеҙҙең кеше булып сыҡты. «Апай, hеҙ иҫәрләндегеҙме әллә? Ҡәберлеккә төндә түгел, көндөҙ ҙә ҡатын-ҡыҙ менән ингәнем юҡ. Башты ҡатырмағыҙ, ултырығыҙ, был ерҙән тиҙерәк китәйек «, - тип газға hалырға теләне. Әммә гүр hыуығы кеүек боҙҙай ҡулы менән ҡулына тотоноп, «Ярҙам итегеҙ, зинhар!» тип үтенгән ҡатынға ҡарап торҙо ла, машинаhын туҡтатып, кабинанан төштө. Тышта буран уйнай . Рауил өшөп китте. Кабинаны асып фуфайкаhын алды hәм боролоп ҡарап: «Тауыш ишетелмәй ҙә инде», – тине. Гөлфиә уға үҙе артынан эйәр тигәнде аңлатып, зыяратҡа табан атланы. Улар Фәнилде тапҡанда, малай hаман илап ултыра ине. Ҡәберлек эсендә баланы күреп, Рауил шаңҡып китте. Күтәреп алып ,машинаға табан ыңғайланы. Гөлфиә,ошо ауыл балаһы ,үҙе юл өйрәтер , hеҙҙең менән бергә ҡайта алмайым, өйөбөҙ ауылдың был осонда ғына тип, водителгә рәхмәт әйтеп,улы яғына көс-хәл әйләнмәҫкә тырышып, буран эсенә инеп юғалды.Йылы кабина эсендә өшөгән малай тиҙ телгә килде. Кем булыуын, ҡайҙа йәшәүен әйтте. Өйөңдө, урамыңды беләhеңме ,тигәс, берсә ғәжәпләнеп, берсә ғәйепле ҡиәфәт менән ҡарап торҙо. Рауил термостан ҡайнар сәй hалып бирҙе, ҡалған булка менән колбасаны ир остоғо төрөп кенә ҡуйҙы. Рауил юлдашының телдәрлегенә иғтибар итте. Машинаhын туҡтатып, яңы танышының йәнә биттәрен hөрттө. Йылы кабинала Фәнилдең тәне ҡыҙып китте, йүтәлләргә лә иткән hымаҡ булды. «Йәшәгән ерегеҙҙе аңлатып ҡара әле. Бәлки, эҙләп табырбыҙ», – тине Рауил. Машина ҡуҙғалып китеп күп тә барманылар, ут яҡтыhында юлда ятҡан этте күреп, Фәнил: «Аҡтырнаҡ!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Таныш түгел ағай нимә булғанын белеп ҡуймаhын тигәндәй, ҡараштарын түбән төшөрҙө, башын эйҙе. «Тимәк, ошо тирәлә йәшәйhең», – тип Рауил КамАЗ-ын алдағы тыҡрыҡҡа борҙо. Был тирәләр, ысынлап та, таныш ине. Ағайға юлды өйрәтеп барҙы. Бына таныш урам, ә бына өйҙәре. Тик өйҙә ут юҡ ине. «Беҙҙе бында берәү ҙә көтмәй шикелле. Нишләп ҡәберлеккә барып сыҡҡаныңды әйтмәйhең инде ,ә?.. Һинән бик hәйбәт партизан сығасаҡ», – тип көлдөрөргә тырышты Рауил малайҙы. Бала ишек алдында ғына ут янып тороуын күреп, машинанан төшөргә ашыҡманы. Таныш түгел ағайҙың аптырауына ҡарағанда, шарф менән ысҡынмаҫлыҡ итеп бәйләп китеүсенең насарлыҡ эшләүен аңлаған Фәнил,атаһының ни өсөн шулай эшләүен аңлай алманы. Әммә бер ни ҙә өндәшмәне.
Оҙаҡ гиҙҙе Рәмил урамдарҙы. Һыуыҡ ел уның биттәрен әсетте. Ауыл осонда тауышы ишетелгән эткә ҡушылып олоғоhо, үкhеп илағыhы килде. Урамдағы ҡар өҫтөнә ултырып, үҙе лә танымаған тауыш сығарып, илай башланы. «Әсәй, әсәй, ғәфү ит ! Ҡустымды таба алмайым! Һин булhаң, бөтә нәмә башҡасараҡ булыр ине». Егет ошо мәлдә генә әсәhенең уларҙы ҡурсып йәшәүен тәрәндән аңлаған hымаҡ булды. Күккә ҡараны. Уға әсәhе өҫтән күҙәтә hымаҡ тойолдо. Тәне генә анау hалҡын ҡәберлектә өшөйҙөр инде. Рәмил зыярат тәңгәлендә машина туҡтауына иғтибар итте. Кем шулай төнөн ҡәберлектә йөрөр икән? Унда оҙаҡ торманылар. Яҡынайған hайын егет КамАЗ йөк машинаhының тауышын таныны. Йөрөп-йөрөп үҙҙәренең йорто янында туҡтатауын күреп, аптырап ҡалды. Кемдер кабинанан төшөп, уларға инеп киткәс, Рәмил машинаға табан йүгерҙе. Әммә өйгә нисек тиҙ инhә, теге кеше шулай уҡ тиҙ сыҡты һәм кире машинаhына ултырып, ҡуҙғалып та китте. Ағай кеше, әйтерhең, кабинала туғаны ултырғанын hиҙҙе, КамАЗ артынан йүгерҙе лә йүгерҙе, йүгерҙе лә йүгерҙе...