Был юлы әсәhенең шылтыратыуы булды, Рәмил, юҡ аҡсаһын бар итеп, такси тотоп, Өфө ситендәге ауылдарына 25 минут эсендә тигәндәй ҡайтып та етте. Ҡустыһы күршеләрҙә ине. Егет мырҙаhын алып сыҡты, әсәhенең хәлен hорашты. Берәү ҙә аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алманы. Температураhы күтәрелгән, эсе ауырта, тинеләр.«Тиҙ ярҙам» ҡаланың 18-се дауаханаhына килтергәйне Гөлфиәне. Бына шунан бирле ошонда ята. Шунан бирле тип ни биш көн үткән инде. Операция эшләгәнгә дүрт көн уҙҙы, тик температураhы төшмәне. Етмәhә, бөйөрөнә hыуыҡ тейгән ерҙән, аналыҡ юлдарына hалҡын үткән тип гинекологияға күсергәс, ҡатын бер мәлгә юғалып ҡалды. Табиптарҙың күбеhе ирҙәр икәнлеген күргәс, оялышынанмы, ҡурҡышынанмы, илап ебәрҙе. Аборт эшләткәндә лә шулай булғайны. Табиптар беләлер инде. Балаhын алдыртҡандан hуң күренгәне юҡ ине шул. Бала ятҡылығына ит үреп киткән, тинеләр. Шуны алып ташларға кәрәк тип, тиҙ генә операция эшләнеләр. Эс ауыртыуы баҫыла төшhә лә, ҡорhағынан hалынып торған нәҙек шлангынан эрен ағыуын дауам итте, температураhы төшмәне. Бына тағы эсен, иренән башҡа берәү ҙә күрмәгән, ҡағылмаған ерҙәрен ҡарарға ғәрләндергес креслоға саҡырттылар. Эй, яратмай шунда менеп ятырға! Оялып, уңайhыҙланып бер була. Табиптың күҙенә күтәрелеп тә ҡарамай. «Нимә уйлап был hөнәрҙе hайлаған икән, оятhыҙ?» – тип эстән һөйләнеп тә алды ҡатын. «Хәлегеҙ яҡшырмай бит әле. Бәлки, тағы ла эрендәрҙе hурҙыртырға тура килер», – тине табип. Эй эсе бошто ошо hүҙҙәрҙән hуң ҡатындың. Әммә ни эшләhен, бөтәhе лә табип ҡулында. Юҡ, Хоҙай ҡулында тип төҙәтте үҙен. Рәмиленә шылтыратып алды. Өлкән улы кесеhен өләсәһенә ҡайтарған. Тимәк, өйҙә ас ултыра тип ҡайғырырға түгел. Студент кеше уҡыуы менән өй араhында өҙгөләнмәҫ. Малдарҙы күршеләр ҡарап торабыҙ, тинеләр. Ә ире күренмәне лә, хәбәре лә ишетелмәне. Ҡайҙа, кемдә йөрөгәнен белhәң икән дә бит...Ә бит теләhә, Гөлфиә белә ала ине. Уларҙың ауылы бик ҙур, әммә хәбәр барыбер йөрөй, ишетелә. Ана үткәнендә автобуста ҡайтҡанда бер ҡатын уның кемлеген дә белмәйенсә, янында ултырған ханымға Ринаты тураhында хәбәр hөйләп килә ине бит. Үҙенең исеме, малайҙары, ауылдың осонда өй бөтөрөүҙәре тураhында ишеткәс, Гөлфиә хәбәр үҙҙәре тураhында барғанлығына шикләнмәне. Тимәк, ире бер яңғыҙ ҡатын янына барып йөрөй. Ул Ринатынан йәшкә өлкәнерәк,юлдағы бер тамаҡ ялғау урынында эшләй икән. Нишләп шунда исемен, ҡайҙа йәшәүен hораманы икән?! Барыр, күрер, танышыр , балаларымды йәтим итмә, ғаиләмде тарҡатма, тиер ине. Хәйер, Гөлфиә ире уға кәрәкме, юҡмы икәнлеген үҙе лә аңламаны. Тик ни өсөн ике уртала йөрөүен аңлап етмәне. Ә бит барыр ерең булhа, күңелеңә ятмаhам ,кит, тигән саҡтары ла булды. Тик ул нишләптер китмәне, имеш, сепрәк баш ҡатыны юҡты hөйләй, бәлки, уның hөйәркәhе барҙыр, шуға уны ҡыуалыр. Имеш, яңы йортто ҡалдырып ,ул бер ҡайҙа ла китмәй, айырым йәшәргә теләhә ,ул сығып олаҡhын. Ошондай hүҙҙәрҙән hуң нисек итеп ҡабат уға кит тип әйтә алhын инде. Теле лә әйләнмәне, хатта үҙен ире алдында ғәйепле итеп хис итеп йөрөнө. Дауаханаға инеп ятҡас ҡына ҡатын ире тарафынан ситкә тибәрелеүен ныҡлап аңланы. Ярар, былар бөтәhе лә үткән, сиремдән генә ҡотолайым, бәлки, айырылышырбыҙ. Эйе, айырылышырбыҙ, ниңә улдарымды ундай мөхиттә йәшәтәйем. Әсә кеше бәләкәсенең мөлдөрәп торған ҡараштарын иҫенә төшөргәс, күҙҙәренә йәш эркелде. Нишләптер hуңғы арала улын эт ояhы янында бәйле тора икән, ярҙам итә алмай тип төшөндә күрәсе. Ә бер көндө үҙен яңы буралған бура эсендә йоҡлай икән тип һаташып, тертләп уянды. Үлеме күҙгә күренеп килгән hымаҡ тойолдо. Ул хатта яҡынлашыуын hиҙҙе. Әйтерhең, әжәл – бер тәбиғәт күренеше. Бына-бына ямғыр йәки ел булып килеп етә лә, уны үҙе менән бергә алып китә.Гөлфиә төндә өшөп уянды. Күрше карауатта ятыусы Рәмзиәгә саҡ телен ҡалҡытып: «Туңдым!» тип әйтә алды. Гүр hыуыҡлығы менән килеп ингән үлеме уны килеп табыуына ҡыуанып, ирендәренән үбеп алдымы ни?! Гөлфиәнең ирендәре шытырҙап ярылып китте, тыны ҡыҫылды.