Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 14:40

Татлы бәлеш

-1 стакан йыламыс һөт (200 мл)-аш ҡалағы шәкәр-ҡоро сүпрә (балғалаҡ менән)-2 йомортҡа-200 гр самаһы "Пышка" майы-он (сама менән 5 стакан тирәһе)-2 йомортҡа-200 гр самаһы "Пышка" майы-он (сама менән 5 стакан тирәһе)

Һөткә сүпрә һалып йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Өс стакан тирәһе он, йомшарған маргаринды ҡушып ҡалаҡ менән ыуабыҙ. Артабан ҡабарған сүпрәне өҫтәп болғайбыҙ. Әҙ-әҙләп ондо өҫтәй-өҫтәй һауыттан һәм ҡулдан айырылғансы итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ҡаплап йылыға ҡуябыҙ. Яртылаш ҡабарғас, киренән баҫып төшөрәбеҙ. Әҙер ҡамырҙан бәлеш яһап бер аҙ ҡабарта биргәс уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуябыҙ. 40 минут самаһы бешерәбеҙ. Эслеккә алма повидлоһы , апельсин менән лимон ҡайнатмаһы яҡшы. Ағып сыҡмаһын өсөн крахмал өҫтәү кәрәк.
Читайте нас: