Яйыҡ
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 13:13

Коронавирус: Учалыла медицина битлектәре әленән етмәй

Ирекмәндәр 4 аптеканың береһендә генә һаҡланыу сараһын һатып ала алдылар

Был битлектәр бар донъяны дер һелкетәкн коронавирус афәтенән һаҡланырға ярҙам итә, тиҙәр бит инде. Шуға ла бар илдәрҙә күпләп һатып алалар. Беҙҙә лә ажиотаж башланалыр - тикшереү үткәргән ирекмәндәр Учалы ҡалаһында үҙҙәре ингән 4 аптеканың береһендә генә битлек һатып ала алдылар, тип хәбәр ителде.
Хәл оҙаҡламай үҙгәрер, тип өмөт итәбеҙ. БР Хөкүмәте эргәһендәге Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау штабы ултырышында бәйән ителде – һаҡ битлектәренән 100 мең дана резерв запас булдырыла. Ихтыяж ҡәнәғәтләндерелә икән, спекулянттар әҙәм бәләһендә байый алмаҫ.
...битлектәргә көн ҡалмаһын инде, инфекция Башҡортостанға бөтөнләй үтеп инмәһен, тип теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас