Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 12:25

"Ләлә" салаты

8 март алдынан ир-егеттәребеҙгә лә еңел генә салат өйрәтәйек әле))) Ир-егеттәр аш-һыу бешергәндә, фәрештәләр ҡанаттарын ҡағып тора, ти бит. Иң билдәле, маҡтаулы шеф-поварҙар, ресторан ашнаҡсылары ла ир-егеттәр.Шулай итеп, кәрәк буласаҡ: 100 г помидор, 30 г эремсек, 10 г татлы борос, 10 г һуған, теләк буйынса үлән-йәшелсәләр. Бер тигеҙ кимәлдәге оҙонсараҡ помидорҙарҙы арҡырыға йәки буйға киҫеп, үҙәген ҡалаҡ менән соҡоп алалар. Помидорҙың йомшағына татлы борос, һуған, эремсек, тоҙ һәм төрлө үлән-йәшелсәләр ҡушып болғаталар. Ошо эслекте помидорҙар эсенә тултырып, уларҙы салат япраҡтары өҫтөнә сәскә рәүешендә матурлап теҙәләр.

Талап ителә: 100 г помидор, 30 г эремсек, 10 г татлы борос, 10 г һуған, теләк буйынса үлән-йәшелсәләр. Бер тигеҙ кимәлдәге оҙонсараҡ помидорҙарҙы арҡырыға йәки буйға киҫеп, үҙәген ҡалаҡ менән соҡоп алалар. Помидорҙың йомшағына татлы борос, һуған, эремсек, тоҙ һәм төрлө үлән-йәшелсәләр ҡушып болғаталар. Ошо эслекте помидорҙар эсенә тултырып, уларҙы салат япраҡтары өҫтөнә сәскә рәүешендә матурлап теҙәләр.
Читайте нас: