Ветеран ғүмере буйына Миловка ауылында уңайлы шарттары булмаған шәхси йортта йәшәгән. Торлаҡ проблемаһы тураһында властарға киң мәғлүмәт сараларынан билдәле булған. Мэрия мәғлүмәттәре буйынса, Сергей Оловянников — Өфө районында иҫән ҡалған алты Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһының береһе. Карелия, Украина фронттарында разведчик булған, III дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғыштан ҡайтҡас, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда ветеринар фельдшер булып эшләгән.