Өфөлә ҡыйыулыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән балалар һәм үҫмерҙәр бүләкләнде. Уларға ете номинацияла «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы тапшырылды.
Бишбүләктән Инсаф Миһранов, Бөрйәндән Гөлназ Биргәнова һәм Гөлиә Исҡужина, Мәсетленән Фәнзил Ғәйнетдинов, Хәйбулланан Гөлсәсәк Шәрипова, Ишембайҙан Ләйсән Хәмитова һәм Өфөнән Рената Хәкимова еңеүселәр тип танылды.
Йәш герой Инсаф Миһрановҡа Каринэ Хәбирова махсус бүләк тапшырҙы. Малай кәмәлә йылға аша сығып, оло йәштәге ирҙе һыуға батыуҙан ҡотҡарған.
«Миңә кешене һыуҙан тартып сығарырға кәрәк ине. Ҡурҡыу тураһында уйламаным да. Уйлай башлаһам, ул тонсоғоп үлер ине», — ти кескәй герой.
Миһрановтар ғаиләһендә – өс бала, Инсаф – иң өлкәне. Һеңлеһе Сафия менән ҡустыһы Сәлим ағалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.