Дүрт стадионды реконструкцияларға кәрәк: Белоретта — «Металлург», Мәләүездә — «Спартак», Нефтекамала — «Торос», Күмертауҙа — «Шахтер». Быйыл Өфөнөң «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү тамамлана. Ишембайҙа ябыҡ һырғалаҡты төҙөп бөтөрбөҙ. Шулай уҡ Федоровкала, Ермолаевкала, Аҡъярҙа өс бассейн төҙөү ҡаралған. Раевкала, Шаранда бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары барлыҡҡа килә. 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ муниципалитеттарында типовой проекттар буйынса тағы 16 бассейн төҙөләсәк.