Башҡорттоң борон йәйләүһеҙ йәшәүен күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр. Унда халҡымдың йәшәйеше, тарихы, тормош көнкүреше сағыла. Сөнки йылдың кәмендә дүрттән бер өлөшөн йәйләүҙә үткәргәндәр.
Йәйләүгә күсеү-ҡайтыуҙың ауыр яҡтары ла булһа, ә икенсе яғы – көҙ ҡышларға ҡайтыуҙарына, тирә-яҡта мал йөрөмәгәс, үлән, иген яҡшы үҫә. Ҡыш миҙгелендә тибендә йөрөгән йылҡы, һарыҡ малына туҡланырға аҙыҡ етәрлек була. Ҡышлау тирәһендәге тәбиғәт, ер-һыу йәй миҙгелендә иркен ял итә бит.
Борон йәйләүгә күсенеү ауыл халҡы өсөн оло байрам булған. Яҙғы сәсеүҙе тамамлап, ҙур йылғаларҙың һыуы тартылғас, май аҙаҡтарында – июнь баштарында, кәрәк-яраҡты арбаларға тейәп, мал-тыуарын ҡыуып, бала-сағаларын эйәртеп, Урал тауҙарының көн битенә, йылға баштарына күсенгәндәр. Йәйләүгә күсеү айырыуса балалар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки улар саф һауала, тәбиғәт ҡосағында туйғансы уйнап, һөт-ҡатыҡ, ҡымыҙ туйғансы эсеп, емеш-еләк менән һыйланып, һау-сәлмәт булып үҫкәндәр. Ҡатын-ҡыҙ йәйләүҙә ҡышҡылыҡҡа ит, ҡорот ҡаҡлаған, һарымай эшләгән. Дарыу үҫемлектәре, сәйгә үләндәр (мәтрүшкә, боланут һәм башҡа), емеш-еләк йыйып киптергәндәр.
Күбәләк-Тиләү ырыуы ауылдарының Урал тауҙары буйҙарында айырым үҙ йәйләүҙәре урындары булған.
Ҡобағош ауылы халҡы Миндәк, Ҡурташ йылғаһы буйында, Туғыҙҡойо, Ҡарағош яландары, Һыуыҡтүбә итәгендә йәйләгәндәр.
Баталдар – Арҡыры, Ҡылы йылғалары, Сахра-йорт буйҙарында.
Ҡаҙаҡҡолдар - Миндәк йылғаһы буйында, Тишекташта.
Аһылай менән Ҡарағужа халҡы – Мараҙы йылғаһы башында, Эҫкертташ, Кәртәташ, Ҡунаҡтуй битләүендә.
Килмәк (Алтаяҡ) халҡы – Табылғашты йылғаһы, Ташты-йорт һәм Ялан-йортта.
Зәйнәкәй, Кәкүк ауылыныҡылар - Һарынаҡаҙған йылғаһында.
Рафиҡ ауылы халҡы - Сыбайтал йылғаһы буйында.
Әбләздәр – Табылғашты йылғаһы, Суртаносҡан битләүендә.
Ҡәйепҡол халҡы – Оҙонһаҙ, Аҡбейек йылғаһы буйында.
Байрамғолдар – Рәҫтәк тауы итәгендә, Ҡарауылһаҙ, Ташйылға буйында.
Сәнсәрҙәр - Рәҫтәк йылғаһы буйында, Соҡор-йорт итәгендә.
Муса ауылы халҡы - Уҫаҡйылға, Тойылға буйында.
Наурыҙ, Ғәҙелшә кешеләре – Һыйыҡ ҡойо, Сатра, Ҡараһаҙ буйҙарында.
Көсөк ауылы халҡы – Ташты-йорт, Аҡтан-йортта.
Сорамандар – Табылғашты йылғаһы башында,Сораман-йортта.
Ғәлиәхмәрҙәр - Ҡулаҙы йылғаһы, Һылыуташ итәгендә.
Мәҫкәү, Йәһүҙә, Бәләкәй Мәҫкәү ( Ташҡыя) ауылдары халҡы ике ерҙә – Аҡһыйыр, Суҡмуйыл йылғалары буйында йәйләгәндәр.
Ниндәй матур, ҡолаҡты наҙлаған атамалар! Ер-һыу исемдәре онотолмаһын ине, улар бит – башҡорт теленең сағыу, һис тә айырылғыһыҙ һәм “һутлы” өлөшө.
Ә йәйләү мәсьәләһенә кире ҡайтһаҡ, Күбәләк-Тиләү халҡы йәйләүгә һуңғы тапҡыр 1921 йыл – ҡоролоҡ, йот йылында сыҡҡан, ти. Ололар һөйләгән буйынса, Оҙонкүл күле лә ҡороп бөтә яҙған ул хәйерһеҙ саҡта! Ауыл кешеләре, хатта, күл аша ғына йәйләүгә сығып йөрөгәндәр. Ошо дәүерҙә кеше лә аслыҡтан күп үлә, мал да ҡырылып бөтә. Шуға ла, һуңғараҡ халыҡтың йәйләрлек мал-тыуары, матди хәле лә ҡалмаған. Ә киләһе йылдарҙа колхозлаштырыу башлана, тормош, хужалыҡ рәүеше ҡырҡа үҙгәрә. Эйе, хәҙер сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә еңелерәк йәшәйбеҙ, шулай ҙа яҙ еткән һайын күңел елкенеп ҡуя – күрәһең, ҡан хәтере һаман да иркен сәхрәләргә, йәйләүгә саҡыралыр! Мәҡәләне Мәүлит ағай Ямалетдиновтың шиғырынан өҙөк менән тамамлайым.
Йәйләүҙән тыш бар бит ҡышлауы.
Йәйләүҙәрен ҡыйын ташлауы.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы.