Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт фоторәссамы Гөлназ Ғәлимуллина яңы проект — «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» календары менән таныштыра. 2020/2021 йылдар календары өсөн башҡорт мәҡәлдәре, шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған. Һүрәттәрҙә барыһына ла аңлайышлы образдар һәм символдар файҙаланылған. 020/2021 йылдар календары өсөн башҡорт мәҡәлдәре, шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған. Һүрәттәрҙә барыһына ла аңлайышлы образдар һәм символдар файҙаланылған. Автор билдәләүенсә, был – ҙур фотопроекттың беренсе өлөшө. Проект Халыҡ-ара туған телдәр көнө һәм быйыл Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан булдырыла.