Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 01:05

Ни өсөн коронавирустан балалар сирләмәй?

Ҡытайҙа башланған был сир бигерәк хәүефкә һалды. Хәҙер донъя буйлап тарала башланы. Етмәһә, төрлө имеш-мимештәр менән ҡурҡыталар. Шуныһы ҡыҙыҡ сирләгән һәм үлгән кешеләр араһында бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр бик һирәк. 70 меңдән ашыу сирләгән кешенең ни бары 1 проценты ғына балаларға тура килә. Бының сәбәбе нимәлә икән?Рәсәй вирусологтары фекеренсә, кешенең иммунитеты ҡартая килә көсһөҙләнә һәм ауырыуға тиҙ бирешә. Ә бәләкәй саҡта хроник сирҙәр юҡ. Ата-әсәнең тәү сиратта балаһын ҡурсалауы һәм балалар учреждениеларының тәүгеләрҙән булып карантинға ябылыуы ла уларҙы яҡлай.– Бәлки, ысынлап та, был вирус балалар өсөн хәүефһеҙҙер. Тик был турала һөйләү өсөн әле мәғлүмәт аҙыраҡ. Өйрәнергә кәрәк, – тигән медицина паразитологияһы, тропик һәм трансмиссив сирҙәр институты директоры Александр Лукашев.Нисек кенә булмаһын, коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәр нығыраҡ яҡланған. Был уларҙың иммун системаһы үҙенсәлектәренә бәйле. Был сир менән иң күбе 60 йәштән өлкән кешеләр ауырый. Әйткәндәй, вирустың “тыуған ере” Ухань ҡалаһында үлгән кешеләр араһында 0-дән 10 йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй булмаған. "Башҡортостан" гәзите

Ҡытайҙа башланған был сир бигерәк хәүефкә һалды. Хәҙер донъя буйлап тарала башланы. Етмәһә, төрлө имеш-мимештәр менән ҡурҡыталар. Шуныһы ҡыҙыҡ сирләгән һәм үлгән кешеләр араһында бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәр бик һирәк. 70 меңдән ашыу сирләгән кешенең ни бары 1 проценты ғына балаларға тура килә. Бының сәбәбе нимәлә икән?
Рәсәй вирусологтары фекеренсә, кешенең иммунитеты ҡартая килә көсһөҙләнә һәм ауырыуға тиҙ бирешә. Ә бәләкәй саҡта хроник сирҙәр юҡ. Ата-әсәнең тәү сиратта балаһын ҡурсалауы һәм балалар учреждениеларының тәүгеләрҙән булып карантинға ябылыуы ла уларҙы яҡлай.
– Бәлки, ысынлап та, был вирус балалар өсөн хәүефһеҙҙер. Тик был турала һөйләү өсөн әле мәғлүмәт аҙыраҡ. Өйрәнергә кәрәк, – тигән медицина паразитологияһы, тропик һәм трансмиссив сирҙәр институты директоры Александр Лукашев.
Нисек кенә булмаһын, коронавирустан балалар һәм үҫмерҙәр нығыраҡ яҡланған. Был уларҙың иммун системаһы үҙенсәлектәренә бәйле. Был сир менән иң күбе 60 йәштән өлкән кешеләр ауырый. Әйткәндәй, вирустың “тыуған ере” Ухань ҡалаһында үлгән кешеләр араһында 0-дән 10 йәшкә тиклемге балалар бөтөнләй булмаған.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: