Новости
5 Марта 2020, 05:25

Подъездарҙы ремонтлау быйыл да дауам итәсәк

Уҙған йылда республикала 3697 подъезд заманса төҫ алған.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Уҙған йылда республикала 3697 подъезд заманса төҫ алған.
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы төҙөкләндереү эштәре быйыл да дауам итәсәк. Ошо уңайҙан республика программаһына ярашлы, 3 382 подъезды ремонтлау күҙ уңында тотола. Ҡайһы йортта ниндәй подъезд ремонтланасағын муниципалитет үҙе билдәләй һәм республикала берҙәм исемлек төҙөлә. Уларҙың яртыһында эштәр 24 мартта, ҡалғандарында 30 апрелдә башланасаҡ, тип белдерелде. 2019 йылда барлығы 3 697 подъезд төҙөкләндерелгән. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға республикала ҙур иғтибар бирелә. Подъездарҙа ремонт эштәре лә милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас