Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 13:19

Учалы табибы – Мәскәүҙә танылды

Рөстәм Латиповҡа артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Мәскәүҙә “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше буйынса “Рәсәй лидеры 2020” конкурсының ярым финалы үтте. Һайлау ҡаты бара - конкурста ҡатнашыу өсөн 9 745 заявка бирелһә, ярымфиналға 237 кеше генә ҡалдырыла! Башҡортостандан 9 табип ошо иң яҡшылар иҫәбенә эләкте, шул иҫәптән Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов. Был факт үҙе генә лә юғары баһа инде!
Фотола – Рөстәм Валериан улы һәм Рәсәй медицинаһы легендаһы Леонид Михайлович Рошаль.
Читайте нас: