Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
6 Марта 2020, 06:00

Афариндар

Учалыбыҙҙа һәләтле балалар күп, ошо көндәрҙә уларҙың тағы бер уңыштарын ишетеп һөйөндөк. Ҡаланың Ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре "Башҡортостан таланттары" VII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында ҡатнашып еңеп ҡайттылар.

Учалыбыҙҙа һәләтле балалар күп, ошо көндәрҙә уларҙың тағы бер уңыштарын ишетеп һөйөндөк. Ҡаланың Ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре "Башҡортостан таланттары" VII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында ҡатнашып еңеп ҡайттылар. "Вокал-соло" номинацияһында "Вокал" балалар берләшмәһендә шөғөлләнеүселәр Бакирова Аделина менән Ишбаева Аделя беренсе дәрәжә лауреаттары, Валеева Арина - өсөнсө дәрәжә лауреаты. Рәхимова Самира менән Савиных Елизавета - I дәрәжә дипломанты, ә улар араһынан иң йәш ҡатнашыусы Аллаярова Эвелина - III дәрәжә дипломанты. Афарин ҡыҙҙар! Артабан да ижади уңыштар һеҙгә!
Читайте нас