Ҡатын-ҡыҙҙар тураһында яҙыу - үҙе бер кинәнес, сөнки улар - матур һәм наҙлы, йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороусы изге йән. Өҫтәүенә, үҙ эшенең оҫтаһы, өлгөлө ҡатын, яҡшы әсәй булһа. Рысай ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы тап шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Күптәр районыбыҙ данын күтәргән, уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, үтә талапсан, ғәҙел белгес булараҡ беләләр уны. Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы 1975 йылда донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Рысай ауылына эшкә килә. "Һөнәри тормошомда ике кеше мөһим роль уйнаны, - ти ул. - Мәктәптә химия, биологиянан төплө белем биреүсе көслө уҡытыусы Әлфидә Сатлыҡова һәм эш башлағанда ярҙам күрһәтеүсе ул ваҡыттағы мәктәп директоры Сабир Хәсәнов. Икеһе лә үҙ эштәренең оҫтаһы, бик талапсан, ғәҙел булдылар".Ошо уҡ ауыл егете Фаил Ғизитдин улы менән танышып, тормош ҡоралар. Ике ул тәрбиәләй Хужәхмәтовтар. Өлкәндәре, Эмиль, Башҡорт дәүләт медицина университетының дүртенсе курсында белем ала. Мәктәптә лә һынатмай ул: тик "бишле"гә генә уҡыған егет Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә, президент стипендиаты була. Ата-әсәһенең, ағаһының ҡыуанысы, һөйөнөсө булып кинйәләре Әҙел үҫеп килә. Ул әле балалар баҡсаһына йөрөй.Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе, тәү сиратта, уҡыусыларҙың уңыштарында сағыла. 22 йыл эш стажы эсендә Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы төрлө кимәлдәрҙәге олимпиадаларҙа 100-ҙән ашыу, конкурстарҙа бихисап еңеүсе әҙерләгән. 2013 йылда ҡала-район буйынса 6 бала Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында призер була, өсөһө - Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары. Һуңғылары араһынан береһе беҙҙең район тарихында тәү тапҡыр олимпиаданың йомғаҡлау этабында ҡатнаша. 2014 йылда дүрт уҡыусы төбәккә сыға, икеһе шулай уҡ Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары. Уҙған йылда уның уҡыусыһы Зилиә Зәйнәғәбдинова экология буйынса Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының һуңғы этабында ҡатнаша. Призерҙар исемлегенә инергә уға ни бары 1 генә балл етмәй. БДИ буйынса ла Зөлфиә Хужахмәтова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: имтихан тапшырыусыларҙың күпселеге - юғары балл йыйыусылар.-Уҡыусыларым араһында Башҡорт дәүләт нефть университетын, Силәбе медицина, Мәскәү дизайн һәм технологиялар университеттарын, Санкт-Петербург дәүләт, аграр университеттарын тамамлаусылар бар. Әммә быға тиклем Ҡазан федераль университетында һәм Б.Ельцин исемендәге Урал федераль университетында уҡыусылар юҡ ине әле. Уҡыусыларым Зилиә Зәйнәғәбдинова менән Дилә Фәйзуллина менән сикһеҙ ғорурланам, - уҡыусылары тураһында шундай илһамланып һөйләй, хатта уның йөҙөнән нур бөркөлә, ә һүҙҙәрендә уларға ҡарата ихлас һөйөү сағыла. -Исем өсөн генә эшләмәйем, тәү сиратта һөҙөмтә талап итәм. Уҡыусыларымдың уңышы - минең өсөн иң юғары баһа - ти ул. Был һүҙҙәрҙе уҡытыусының шәхси уңыштары ла дәлилләй. Юғары категориялы химия һәм биология уҡытыусыһы - «Йыл уҡытыусыһы - 2002» конкурсы призеры - «Йыл педагогы - 2013» конкурсында гран-при яулаусы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы эшмәкәре, 2006, 2015 йылдарҙа Приоритетлы милли проект «Мәғариф» еңеүсеһе, Уҡытыусылар съезы делегаты һ.б. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Ул ғына уҡыусыһында белемгә һөйөү уята, уны аң-белемгә әйҙәй ала. Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы ла тап ошондай уҡытыусыларҙың береһе.