Үҙенең оло йәшенә ҡарамаҫтан, йәштәрсә һөйкөмлө, мөләйем йөҙлө, һөйләһә һүҙе килешле, эшләһә эше уңышлы был апайға Һәйтәк ауылында һоҡланмаған кеше юҡ. Ул бар ҡатын-ҡыҙға үрнәк булырлыҡ Зәмфирә Фаһимша ҡыҙы Әхмәҙиева. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тула. Ул йәшәгән бай йөкмәткеле оҙон ғүмер һоҡланырлыҡ һәм ғорурланырлыҡ та. Зәмфирә апай Үләмәева (ҡыҙ фамилияһы) Шишмә районы Түбәнге тирмә йәки Сайфар ауылында Фаһимша менән Шәһиҙә ҡороп ебәргән татыу ғаиләлә беренсе бала булып 1930 йылдың 24 мартында донъяға килә. Уға 9 йәштәр тирәһендә, улар йәшәгән ауылдан йыраҡ түгел ерҙәрҙә аэродром төҙөргә ҡарар иткәндәр. Сайфар ауылы халҡын тормош көтөү өсөн уңайлы ерҙәргә, Учалы районына күсенеп китергә тәҡдим итәләр. Түбәнге тирмә (Сайфар) ауылынан бер нисә ир-ат Учалы яҡтарына ер ҡарарға юллана. Белешә-күрешә йөрөп, улар мөғжизәле бай тәбиғәтле, урман араһында урынлашҡан Һәйтәк ауылын һайлайҙар. Тирә-яҡта бесәнлек, яғырға утынлыҡ, йыям тиһәң, емеш-еләк, бәшмәк ишелеп уңа, ни генә юҡ Һәйтәктә! Шишмәләргә ауыл бик оҡшай. Йәй буйы Һәйтәктә йәшәп, “Авангард” колхозында эшләп, ауыл халҡы менән аралашып, улар ғаиләләрен алып килергә тип ҡайтып китәләр. 1939 йылдың ноябрендә 20 татар ғаиләһе Һәйтәк ауылына күсенеп килә. Урындағы башҡорттар 20 ғаиләне лә ҡышты сыҡҡансы йәшәргә үҙҙәренә бүлешеп алалар. Беҙҙең ғаиләне Ғәрифә өләсәй үҙенә алып ҡайта (ул минең өләсәйем – авт.). - Бер туғандай татыу, һүҙгә килешмәй йәшәнек ауыл халҡы менән, - тип хәтерләй Зәмфирә апай. – Татар, башҡорт тип төртөп күрһәтеүҙәр булманы. 1940 йылдың яҙында уҡ түбәнге ауыл осонан ғаиләләргә ер бирәләр өй төҙөү өсөн. Шул уҡ 1940 йылдың көҙөндә үк барлыҡ ғаиләләр ҙә тиерлек үҙ йорттарын һалып сығалар. 1941 йыл. Һуғыш башлана. Фронтҡа оҙатыуҙар йышая. Зәмфирә апай һөйләүенсә, бер туғандар Фаһимша менән Мөбәрәкшаны 1941 йылдың июль аҙаҡтарында һуғышҡа алғандар. Күпмелер ваҡыт үткәс, Ураҙ ауылы кешеһе Мөхәмәт ағай Зәмфирә апайҙың әсәһенә, Шәһиҙә әбейгә, хәбәр ебәрә. Алты айлыҡ балаһын үҙе менән алып, Шәһиҙә Ураҙға барып Мөхәмәт ағай менән һөйләшеп ҡайта. - Һәйтәк ауылы татарҙары, бер туғандар Фаһимша һәм Мөбәрәкша менән һуғыш яланында бергә булдыҡ. Мөбәрәкша ҡорал ташыны, ә беҙ Фаһимша менән окоп ҡаҙыныҡ. Бер мәл снаряд шартланы. Минең аяғым яраланды. Фаһимша мине ут эсенән алып сыҡты, икенсе ғүмер бүләк итте, - тип бәйән иткән фронтовик. Мөхәмәт ағайҙы госпиталгә оҙатҡандар. Уның менән һуғышҡан яугирҙарҙы – егерме һалдатты, немецтар һарайға бикләп яндырғандар. - Бер туған Үләмәевтар шулай һәләк булды, - тигән әсәйгә Мөхәмәт. Был хәл 1942 йылда була. Ғаиләгә һуңынан “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына килә. Шәһиҙә дүрт бала менән яңғыҙы тороп ҡала, иң бәләкәсе Ленаға ул мәлдә алты ай ғына була. Иң өлкән бала Зәмфирә, алты класты бөтөр-бөтмәҫтән колхозда эш башлай. Эшкә тилбер, етеҙ 12-13 йәшлек ҡыҙыҡай ҡайҙа ҡушһалар, шунда йүгерә. Мөждәбә Мәғәфүров ул ваҡытта “колесный” тракторҙа йөрөгән була, ә Зәмфирә уның ярҙамсыһы – “плугатор” була. Күлдәге тәгәрмәскә уралып, эсен яралағансы, ҡыҙыҡай шул эшен башҡара. Һуңынан Зәмфирәне маслопромға һөт ташырға күсерәләр. Иҫәп-хисапты тиҙ аңлаған, өлгөр ҡыҙ баланы ферма мөдире Бәхти Байморатов счет тартырға өйрәтә, фермала иҫәпсе (учетчик) булырһың, ти. Шулай итеп Зәмфирә Үләмаева почтанан – хатта, маслопромға һөт ташый, учетчик та була. Оло ҡыҙы эшләгәс, әсәһенә донъя көтөүе лә бер аҙ еңелләшә. Бер аҙҙан уртансы ҡыҙҙар Фәймә менән Венера ла ҡул араһына керә башлайҙар. Бәләкәй туғандарын ҡарарға ярҙамлашалар, колхоз эшенә лә өлгөрәләр. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар бер ғаиләне лә урап үтмәй. - Хәсрәттәрҙе үткәрергә, ауырлыҡтарға түҙергә, уларҙы еңергә өйрәндек барыбыҙ ҙа, - ти әңгәмәсем. 1949-1950 йылдарҙа өс ауыл – Учалы, Өргөн, Һәйтәк бер хужалыҡҡа берләшеп, “Совет” колхозын ойошторалар. Зәмфирә Үләмаеваны келәт мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ул йылдарҙа колхозда тырыш халыҡ нимә генә үҫтермәй: бойҙай, арыш, һоло, борсаҡ, тары. Нәби Исаев тигән бабай хатта Һәйтәктә ҡыяр, кишер үҫтерә шул мәлдәрҙә. Ҡаҙҙар, тауыҡтар үрсеткәндәр, умартасылыҡ та булған. Күпләп бал алғандар, уны һатҡандар. Йылҡысылыҡ алға киткән. Тәүлегенә 250-300 литрға тиклем ҡымыҙ һатҡандар. Булған колхоз байлығын халыҡҡа эш хаҡына ла таратҡандар. Яҡын-тирәләге ҡалаларға – Мейәскә, Белоретҡа, Үрге Уралға, Магнитогорскиға аттарға тейәп тә алып барып һатҡандар. Тырыш халыҡ, хатта тауҙарҙан колхоз өсөн сейә йыйып һатҡан мәлдәр ҙә булған. “Совет” колхозы миллионер колхозға әйләнгән. 1954 йылда Зәмфирә апай менән Фазлетдин ағай матур ғаилә ҡоралар. Ғаилә башлығы ғүмере буйына йылҡы малы көтә. Ауыл хәлҡы әле булһа уны атһыҙ күреү мөмкин түгел ине, тип хәтерләй. Татыу ғаиләлә бер-бер артлы биш малай донъяға килә. Улар мәктәпкә йөрөй башлағас, беҙ, уҡытыусылар, аптырап ҡуя инек. Малайҙар үтә шаян, әммә мәктәптә уларҙан да бөхтә һәм таҙа йөрөгән бала юҡ. Күлдәктәренең ең осраы ап-аҡ, салбарҙары ла үтекләнгән, уҡыуҙары ла яҡшы. Уңған әсә барыһына ла өлгөрә ине! Ауылда оҫта ҡымыҙ яһаусылар ҙа Әхмәҙиевтар булды. Зәмфирә апайҙың ҡәйнәһе Фәрғизә әбей ҡымыҙ бешеү серҙәренә киленен дә өйрәтә. Әйткәндәй, Фәрғизә әбей үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы була. Ул Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә лә булып ҡайта. Зәмфирә апай менән Фазлетдин ағай ҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнделәр. Зәмфирә апай әле лә ҡунаҡтарына тәмле буҙа яһай. Улдары матур, һау-сәләмт булып үҫеп, буй еткерҙеләр. Совет Армияһы сафтарында бишеһе лә хеҙмәт иттеләр. Хәрби частарҙан командирҙар бәхетле ата-әсәгә Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталар ебәреп кенә торҙо. Ата-әсә өсөн ҙур һөйөнөс, ғорурлыҡ бит был! Өлкән улдары Айҙар Ҡырғыстанда ил сиктәрен һаҡланы. Паровоз йөрөтөүсе һөнәрен һайланы. Икенсе улдары Хәйҙәр Манголияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Ул уҡытыусы һөнәрен үҙ итте, математик. Таяр улдары Эстонияла хеҙмәт итте. Һөнәре – иретеп йәбештереүсе. Ул әле лә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт юлын дауам итә. Земфирҙары Алыҫ Көнсығышта – Камчаткала үтәне Ватан алдындағы изге бурысын. Ауыл хужалығы институтын тамамланы. Зоотехник. Тау сәнәғәте колледжында (элекке СПТУ) директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Иң бәләкәстәре Айбулат умартасы һөнәрен һайланы. Тыуған ауылында фермер ул. Иген үҫтерә, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Улдарының барыһы ла ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, туйлап кәләш алдылар. Бишеһе лә яҡшы, бәхетле ғаилә ҡорҙолар. Тәрбиәле, яҡшы балалар үҫтерәләр. Махсус уҡыу йорттарында белем алып, ҡайһылары эшләп тә йөрөй инде. Зәмфирә апайҙың килендәре лә үҙе кеүек бик уңған. Эшләмәгән эштәре, килешмәгән ерҙәре юҡ. Килендәр ҡәйнәләрен яраталар, хөрмәт менән ҡарайҙар, татыу йәшәйҙәр. Зәмфирә Әхмәҙиеваның (Үләмаеваның) тормош һуҡмаҡтарына күҙ һалһаң, уның кешегә иғтибарлы, ихтирамлы, кеселекле, ярҙамсыл һәм бер үк ваҡытта үҙенә лә, балаларына ла талапсан булыуы һыҙылып ята. Ауылда уны яратмаған, ихтирам итмәгән кеше юҡ. Ауыл тормошонда ул әле лә актив ҡатнаша. Ҡаҙ өмәһе үткәрешһенме, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ҡайнап йөрөһөнмө – уға ғына ҡуш инде, бар ерҙә лә алдынғы. Ата-әсәләр комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаһы – бер сараларҙан да ситтә ҡалмай. Зәмфирә апай бешергән тәмле-татлы аштар телде йоторлоҡ. Күңеле, аш-һыуы, өҫтәл тулы ризыҡтары – барыһы ла етерлек. Аяҡтарым ауырта тимәй, баҡсаһында сәскәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, бәйләнә. Йәй көндәре урман-тауҙарға йөрөп, төрлө емештәр йыйып өлгөрә, ҡайнатмалар ҡайната, төрлө бөккәндәр ҙә бешерә. Зәмфирә апай биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, мәсеткә, аяттарға йөрөй. Ураҙа тота, ауыҙ астырмай ҡалмай. Йылына ике тапҡырҙан да ҡалмайҙыр, үҙе өйөндә аяттар уҡытып тора. Өйө һәр саҡ таҙа, бөхтә. Хеҙмәт емештәре, тәртипле балалар үҫтергәне өсөн күп наградалар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Әслек даны”, һуғыштың бөтә юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Фазлетдин ағай ғына иртәрәк вафат булды. Уға ла быйыл 93 йәш тулыр ине. Зәмфирә апай менән Фазлетдин ағай Әхмәҙиевтар беҙҙең ғаилә өсөн дә атай-әсәй булдылар. Беҙгә лә туй яһап, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Зәмфирә апай минең тормош иптәшемдең ҡарындаш апаһы. Минең улар менән аралашып йәшәүемә, Аллаһ бирһә ике йылдан 50 йыл була. Был ғаиләгә булған рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтөрлөк түгел. Тик маҡтауҙарға, оло хөрмәткә, һоҡланып ҡарауға ғына лайыҡ ул беҙҙең Зәмфирә апайыбыҙ. Уның менән гәпләшеп сәй эсеүҙәре генә лә үҙе бер ғүмер. Күңелдәр үҫеп китә. Һөйләшкәндә шаяртып та ала, илап та ебәрә. Яҡшы кәңәштәренән, изге теләктәренән ҡалдырмай. Яҡыныбыҙҙы яҡынлашып килгән оло юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Беҙҙе һөйөндөрөп, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, сәләмәтлектә, тик бәхеттәргә генә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен һиңә. Фәнүзә ЙӘНГИЗОВА, Учалы ҡалаһы.