Максим Галкиндың «Лучше всех» тапшырыуында күптән түгел ҡалабыҙҙан 4 кенә йәшлек Роман Мөслимовтың ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ. Роман "Бородино" шиғырын яттан һөйләп Галкинды хайран ҡалдырғайны. Әле уны зәңгәр экрандан ҡасан күрһәтәсәктәре мәғлүм булды. Юғиһә яҡташтарыбыҙ тапшырыуҙы ҡасан күрһәтәсәктәрен түҙемһеҙлек менән көтә ине бит. "Эфирға ҡасн сыға?" тип беҙҙән дә һоранылар. Шуға ла алдан хәбәр итәбеҙ, Роман Мөслимовты Беренсе каналдан 9 март күрһәтәсәктәр. Тапшырыу 19.20 сәғәттә башлана.