Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 15:10

Тәккәббер булма

Тәкәбберлек ‒ ул хаҡиҡәтте танымау һәм кешеләргә нәфрәт менән ҡарау

«Аллаһ ‒ гүзәл, һәм Ул гүзәллекте ярата. Ә тәкәбберлек ‒ ул хаҡиҡәтте танымау һәм кешеләргә нәфрәт менән ҡарау», ‒ тип аңлатып ҡуйған Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.Шуны ла әйтеп китеү мөһим: йөрәгендә саң бөртөгөндәй тәкәбберлек йөрөткән кеше Ожмахҡа бөтөнләй инә алмаясаҡ тигәнде аңлатмай был хәҙис. Бындай кешегә тәҡүәлеләр, салих әҙәмдәр менән бергә Ожмахҡа инеү тыйыласаҡ, ти. Уға сират еткәс, Аллаһ уны, бәлки, ғәфү итер, бәлки, күпмелер ваҡытҡа ғына Тамуҡ ғазаптарына дусар итер, ти. Шулай аңлата дин ғалимдары.Ә кешенең йөрәгендәге тәкәбберлек саң бөртөгөндәй генә булмаһа?..#хәҙис@ayat_hadis_dua
Читайте нас: