БР прокуратураһы хәбәр итте: 20-35 йәшлек Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе кешеләре суд алдына баҫтырыла, тәфтиш тамамланған, ошо көндәрҙә ғәйепләү документтары раҫланды.
Был бәндәләр 2018-2019 йыл Учалы, Белорет һәм Сибай ҡалаларында наркотик таратыуҙа ғәйепләнәләр. Интернет аша эш итәләр - тилерткес матдәне күмәртәләп алалар, төргәктәргә бүләләр, ҡулланыусылар алырға тейеш йәшерен урындарға һалалар. Үҙҙәренә интернет аша эш итеү ни тиклем йәшерен һәм ышаныслы булып күренмәһен, бары тотолдолар. Ҡулға алынғандарында 200 грамм наркотик конфискациялана – 600 тирәһе доза, 600 кешене юлдан яҙҙырырға етер ине.
Белеп ҡуйығыҙ, наркотик таратыу – үтә ауыр енәйәт, был егеттәрҙең 15-әр йылға тиклем төрмәгә ултыртылыуҙары мөмкин.