Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2020, 13:18

Яугир-интернационалист иҫтәлегенә

Озерныйҙа буласаҡ һалдаттар көс һынашты

Йыл һайын Озерный мәктәбендә яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә хәрби оҫталыҡ буйынса ярыш үткәрелә.
Быйыл шау-гөр килеп турнир хәҙер инде туғыҙынсы тапҡыр үтте. Ахун, Ураҙ, Уральск, Мәҫкәү, Миндәк, Килмәк һәм Озерный мәктәптәре командалары ҡатнашты. Райондың хәрби комиссары Вадим Виноградов, ДОСААФ бүлексәһе етәксеһе Александр Вәлиев, яугир яҡташыбыҙҙың атаһы Ғилман ағай, “афғансы” Фәнис Таһиров менән Сөнәғөт Ҡаһармановтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Турнирға килеүселәр мемориаль таҡтаташҡа гөлләмәләр һалды. Һуңынан алты төр ярыш башланды: автоматты һүтеп-йыйыу, магазинға патрон тултырыу, мылтыҡтан атыу, турникта тартылыу һәм башҡа. Ике сәғәт буйына сәмләнеп көс һынашты егет-ҡыҙҙар.
Беренсе урын һәм хәрби комиссариаттың күсмә кубогына Озерный мәктәбе лайыҡ булды (команданы әҙерләүсе – Раят Ишмәхәмәтов). Икенсе һәм өсөнсө урында – Ураҙ (Мәүлитбай Ғиниәтуллин) һәм Килмәк (Сабит Әхмәтшин) командалары.
Шәхси беренселектә егеттәр араһында : 1-се – Артем Фәизов (Озерный), 2-се – Исхаҡ Сәйфелмөлөков (Миндәк), 3-сө – Владимир Ефимов (Килмәк).
Шәхси беренселектә ҡыҙҙар араһында : 1-се – Гүзәлиә Мәғәфүрова (Озерный), 2-се – Аделина Антипова (Озерный), 3-сө – Гөлфиә Таһирова (Ураҙ).
Ярыштың кимәле юғары булды. Тимәк, хәрби әҙерлек, хәрби-патриотик тәрбиә беҙҙә яҡшы алып барыла. Ҡыҙҙарҙың да әүҙем ҡатнашыуҙары, яҡшы күрһәткестәргә ирешеүе ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Ойоштороусыларға ла, ҡатнашыусыларға ла рәхмәт әйтке килә.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы.
Читайте нас: