Зәки Миңғәли улы сығышы менән Башҡортостандан, балта оҫтаһына уҡып сыҡҡас, Саян-Шушенск ГЭС-ын төҙөргә ебәрелә. Шулай ул Красноярскиҙа төпләнеп ҡала, өйләнә, ике ҡыҙҙары тыуа. Уның ғаиләһенең ауыр хәлгә тарыуы тураһында бер яҙғайныҡ инде. Хәл былай була: ун йыл элек уларҙың оло ҡыҙҙарында табиптар яман шеш таба. Ғәзиздәренә нисек тә булһа ярҙам итер өсөн - ҡиммәтле дауаланыуҙы түләүгә - фатирҙарын һалып, ҙур процент менән бер нисә кредит алалар. Ҡыҙға ике операция эшләнелә, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны яман сирҙән ҡотҡара алмайҙар...
"Эшләгән сағымда кредитты түләп бара инем әле, пенсияға сығып, түләй алмай башлағас, фатир тартып алынды, пенсияма арест һалынып, тотоп ҡалына, ҡулыма биш меңе генә эләгә. Ә ҡатынымдың пенсияһы тағы ла әҙерәк: ни бары өс мең һум ала", ти ир.
Шулай, 68 йәшлек Зәки Миңғәли улының ғаиләһе фатирһыҙ, ҙур бурыстар менән ҡала, үҙҙәре ваҡытлыса ҡала ситендәге бәләкәй генә өйҙә көн күрәләр. Ир сараһыҙҙан супермаркет эргәһендә хәйер һораша башлай. Бер көндө тыйнаҡ ҡиәфәтле, бөхтә кейенгән бабайға Катерина Чайкина исемле ханым иғтибар итә һәм, ҙур ҡайғыға тарып, ауыр хәлгә дусар булған ғаилә тураһында социаль селтәрҙә яҙып сыға. Изге йәнле кешеләр был тарихҡа битараф ҡалмай: оҙаҡламай күмәк көс менән фатир өсөн миллион һумдан ашыу аҡса йыйыла. Ил төкөрһә, күл була тип белмәй әйтмәгән шул халыҡ. Әле ғаилә ике аҙна инде яңы торлағында йәшәй, тип хәбәр ителә үҙәк баҫмаларҙа.