“Кисеүҙәр.... Шул кисеүҙәр аша быуаттар ағымында күпме кеше, ат-арба, мал-тыуар сығып йөрөгән – күҙ алына килтерерлек тә түгел. Беҙҙең Ғәлиәхмәр ауылы эргәһенән Миндәк йылғаһы ағып үтә. Ауылға еткәнсе уға Мараҙы һәм Табылғашты йылғалары ҡ ушылып тулыландыра. Ә.Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” китабында Ғәлиәхмәр ауылы 1795 йылда барлыҡҡа килгән тиелә. Әммә беҙҙең элекке Ҡышлау урынында 1703 йылғы көмөш аҡсалар табыла. Тимәк, шул йылдарҙа ауыл булған һәм ауылыбыҙ ҙур булған. Ике зыяраты, ике һыу тирмәне (Әхмәтхан, Хәҙис тирмәндәре) булыуы ғына быға асыҡ дәлил. Ғөмүмән, борон был тирәләрҙә тормош ҡайнап торғандыр. Хәҙергә Миндәк ауылына сыҡҡан күперҙән Зәйнәкәй ауылына тиклем арала 16 кисеү булған бит! Ниғәмәт, Кирам, Хәсән, Сафиулла, Тирәк, Ҡыҙҙар, Оло кисеү, Әхмәт, Тайфур, Хәҙис, Хәлфетдин, Дыңғырҙаҡ, Күрән, Азамат, Ғабит, Сабирйән, Самат кисеүҙәре . Тирәк кисеүендә, әлбиттә, тирәк үҫкән, Күрән кисеүенең теге ярында – күрән үләне. Әхмәтхан, Хәҙис кисеүҙәрендә был олатайҙарҙың һыу тирмәндәре эшләп торған. Элек кешеләр тәбиғәткә һаҡсыл ҡараған. Хылыҡ кисеүҙәрҙе тәртиптә тотҡан, сөнки йылғаның теге ярындағы сабынлыҡтарына йыш йөрөгәндәр, бесән ташығандар. Һәр кем үҙенең кисеүендә генә мурҙа һалып балыҡ тотҡан, кешенекенә тейҙмәгән. Ҡыҙҙар кисеүендә тик ҡыҙ балалар һыу ингән була. Дыңғырҙаҡ кисеүенең аръяғында алтын ҡомон сығарғандар – көнө-төнө ат арбалары менән ташыйҙар, тауышланалар, шуға ла ошо атама бирелә лә инде. Ә Оло кисеү аша яҙын ауыл халҡы кәрәк-ярағы, мал-тыуары менән Уралға, Һылыуташ буйҙарына йәйләүгә күскән. Килмәк, Рафиҡ ауылдарындағы туғандарына ла ошо юлдан йөрөгәндәр. Кеше йөрөмәһә, кәрәге ҡалмаһа, тиҙ юҡҡа сығалар инде. Бөгөнгө көндә үрҙә иҫәпләп киткәндең өсәүһе генә ҡалған – Дыңғырҙаҡ, Күрән һәм Оло кисеүҙәр”.
Һүрәттә - Наурыҙ ауылындағы Ҡаҙаҡтар кисеүе. Ҡаҙаҡтар аймағы башҡорттары, йәйге селләлә ауылда мейес яҡмаҫ өсөн, Яйыҡ аша ошо тирәнән үтеп, тирәктәр аҫтында усаҡ яғып, аш-һыу әҙерләгән.