Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
7 Марта 2020, 05:05

Өр-яңы объект төҙөлдө

Республика Башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡайтанан асыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Республика Башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡайтанан асыла.
Сибай ҡалаһында ошо көндәрҙә һөт фабрикаһы - һөт ризыҡтары етештереү кухняһы асылды. Был эш “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә, шул иҫәптән, сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла. “Һөт ризыҡтары” Башҡортостан Республикаһының дәүләт автономлы учреждениеһы ҡарамағындағы фабрика Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарынан 876 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ошоға тиклем балаларға Белорет ҡалаһында етештерелгән һөт ризыҡтары тапшырылһа, хәҙер яңы асылған фабрика-кухняла сифатлы аҙыҡ-түлек етештереләсәк. Билдәле булыуынса, яңы объект өр-яңынан төҙөлдө. Төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүленде, модулле бина хасил булды, етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алынды. Әлегә ҡоро бина ғына сафҡа инһә, көндәр йылыныу менән фабрика биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк. Бында хәҙер тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡарала. Йылына ул 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә, шулай уҡ 25 эш урыны булдырылған. Яңы объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, “Һөт ризыҡтары” учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров һәм Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.
"Башҡортостан".
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас