Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2020, 15:00

Әҙәм башынан үткән ҡыҙыҡлы хәлдәр

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Уйламағанда мәҙәк хәлдәргә тарыйбыҙ. Ҡайһы берҙәре тормошобоҙҙа лаҡап булып, ғүмер буйы беҙҙе оҙата бара.

Побели чай» Ғаилә ҡороуыбыҙҙың тәүге йылдарында Сибайҙа бер урыҫтың ике бүлмәле өйөнөң береһендә фатирҙа йәшәнек. Оло йәштәрҙәге был киң күңелле әбей менән бабай хужалығында һыйыр ҙа көтә, йорт алды баҡсаһында емеш-еләген дә үҫтерә ине. Бер көндө үҙебеҙҙең яҡта иптәшем, йәш ярымлыҡ улыбыҙ менәнән өсәүләшеп сәй эсеп ултырабыҙ. Маша әбей беҙҙең табынды күрҙе лә, мине үҙҙәренең кухняһына саҡырҙы. Ярты литрлыҡ банкаға һалынған һөттө миңә һуҙып: – На, побели чай, тине. – Спасибо! – тинем. Тинем дә ул, ҡапылғара уның ни әйткәнен аңламай: «На», – тип биргәс, һөт эсергә ҡуша икән, тип, эскем килмәһә лә, хужабикәнең куңелен ҡыймай, банкалағы һөттө күтәреп эсә башланым. Миңә аптырап ҡарап торған хужабикәгә ҡарағас ҡына, эштең ниҙәлеген аңлап, ҡалған һөттө йәһәтләп үҙебеҙҙен яҡҡа сәй өҫтәленә алып сыға һалдым.
«Шахта упал» Үткән быуатта Баймаҡта яңынын-яңы шахталар, завод-приискалары асыла. Бына ҡайһы берәүҙәр (Түбә, Күлйортау, Шура, Йолалы, Ғәҙелша, Манһыр, Семеновск, Ольховканыҡылар) урыҫтар менән бергәләп эшләгән, урыҫса ла өйрәнә башлаған. Улар һөйләгәндәрҙән бер өҙөк килтермәксәмен. Ғәббәс менән Андрей гәпләшеп китә. – Вәт вит... Понимаешь... Ыслуши. Вчера Йолалинский шахта упал, чәтри чалавик умирал... Шахта плуха. Кәкүй там порядок, – ти Ғәббәс. Андрей: – Ну-ну, говори, говори, друг. Да, хороших шахтеров потеряли. Одна из них была женщина, Соня. Ғәббәс. – Сәпсим правда гувариш. Кәкуй там эш. Сегодня их хороним. Многие рабочие пиют. Зимәгурем станут. Шалопаи. Андрей: – Бросаем пить. Завтра же. Бер аҙҙан һуң икәүләп йырлап ебәрәләр: Зимагурҙар толчокта, Ҡайғырмайҙар бал юҡҡа... «Больше не идешь!»
Мырҙабулат һалдат тәүге тапҡыр поста тора. Эңер төшөп килә. Ҡапыл бер шәүлә күренә, быға яҡынлағандай була. Һалдат бер аҙ шөрләй башлай. Нимә эшләргә? Устав буйынса нимә тип әйтергә кәрәклеген онота ла ҡуя. Шунан нимә тиергә белмәй: – Идешь! – тип ҡысҡыра. – Иду! – ти теге . Мырҙабулат өс тапҡыр: – Идешь! ‒ тип ҡысҡыра. Теге шәүлә килеүен дауам итә. Был аптырап тормай: – Больше не идешь! – тип тегегә ата ла ебәрә.Тегенең фуражкаһы әллә ҡайҙа осоп китә. Баҡтиһәң, баяғы шәүлә үҙенең сержанты булып сыға. Әлбиттә, устав буйынса, эш иткән часовойға бер ни ҙә булмай, ул хаҡлы булып сыға.
«Вода взяла» Урыҫ кейәү башҡорт ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгән. Һарай тирәһендә мал тәрбиәләп, өйгә ингән. Ҡәйнәһе сәй ултыртҡан, ләкин һөттәре юҡ, ти. Кейәүе: – Мама, вы корову не доите? – тип һораған. Ҡәйнәһенең һыйыры һыуалған булған. – Нет, кейәү, не доим, корова вода взяла, – тигән. «Кто в Хасаново?» Бер ауыл инәйе автобус менән Баймаҡҡа килеп төшкән. Ҡараһа, Сибайға автобус китергә генә тора, ти. Инәй инеп тә ултырған – автобус ҡуҙғалып та киткән. Хәсән ауылына етеп килгәндә, шофер: – Кто в Хасаново? – тип һорай икән. Иң аҙаҡ инеп ултырған инәй: – Эй әттәгенәһе, минең фамиляны был шоферға кем әйтте икән? Билет алмаған өсөн, төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙыр, моғайын, – тип аптырап киткән. Шофер һорауын ҡабатлағас: – Я Хасанова, балам, билет алам, төшөрөп кенә ҡалдырма инде, – тигән. Шофер Хәсәндә туҡтаған да инәйҙен төшкәнен көтә икән. Инәй: – Төшмәйем, мин Сибайға барам, төшөрмә инде, билет алам, мә, аҡса, - тигәс, шофер аптырауға ҡала: – Ну бабушка, даешь, я спросил: «Кто в Хасаново?» Ты сказала: «Я в Хасаново». А теперь не выходишь, – тигәс кенә инәй: – Моя фамилия Хасанова, – тип аңлатҡан. Хәлде аңлағас, шофер Сибайға еткәнсе, көлдө, ти. Нисек аҡсаны ваҡлатырға? Элегерәк беҙҙең ауылға әллә ни алыҫ түгел Тәкәһуҡҡан тигән ауыл булды. Ул урман араһында ултыра торғайны. Ә беҙҙең колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятты. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины бар ине. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫ бер ауыҙ һуҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, ул уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫ әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һорағас: – Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер,– тигән. Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да: – Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған. Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тоторған да, аңлап ҡалып: – Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған. Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә ошо хәлде онотмай , рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр. Музейҙа бирелгән һорау Палеонтология музейында бер бала, өләсәһе менән иҫе китеп динозаврҙар һөлдәләрен ҡарап йөрөй ҙә һорай ҡуя: – Өләсәй, һин бәләкәй саҡта быларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр ул? Әсәһенең аҡсаһын йәлләгән Әсәһе улын: – “Бишле” билдәһе ал, – тип мәктәпкә оҙата. – өс бишле алһаң, бер шиколад алып бирәм, – тигән әсәһе. Малай “икеле” билдәһе менән ҡайтып инә, әсәһе билдәһен Һорай һалды, ти: – Йә, улым, “бишле” алдыңмы? – Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.
Хәстәрлекле өләсәй – Ҡыҙым, тик ултырғансы , ойоҡ бәйләргә өйрәнер инең, – ти икән Гөлназға өләсәһе. – Белмәйем шул, – тигән Гөлназ. – Белмәгәндең беләге ауыртмай, ҡыҙым. – Бына рәхмәт, өләсәй, беләгемдең ауыртҡанын теләмәйһең икән. Уйындағы – уйында Петька менән иптәше аҡтарҙан ҡасып китеп баралар, ти. Улар тиҙ генә бер әбейҙең өйөнә инә. Иптәше карауат аҫтына баҫҡан , ә Петька шифонер өҫтөнә менеп барғанда, аҡтар килеп инә. Петька менеп өлгөрмәгәс, – Эй, мин йәшенеп өлгөрмәнем дә инде, бар, сығып тороғоҙ! – тигән.
"Башпортал".
Читайте нас: