Малаяҙҙа яңы балалар баҡсаһы асыла. Ул “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән, тип белдерәләр һәм иҫәп буйынса өсөнсө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һанала.Балалар баҡсаһын “Бала саҡ иле” тип итағандар. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов яңы объекттың киләһе аҙнала асыласағын белдергән. Уның һүҙҙәренсә, Малаяҙҙың өсөнсө балалар баҡсаһын 12 мартта тантаналы шарттарҙа асыу күҙҙаллана.