Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан билдәләй. Башҡортостанда тәүге архив 1918 йылда ойошторола. Уға тиклем документтарҙы йыйыу һәм уларҙы һаҡлау менән Ырымбур һәм Өфө губерна ғилми архив комиссиялары, Өфө губерна музейы, земство һәм статистика органдары, Өфө епархияһы, Ырымбур дини мосолман йыйылышы шөғөлләнә. Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә. Архив хеҙмәткәрен ихлас тәбрикләйбеҙ, уңыштар теләйбеҙ.