8 март Тәтешле районы дауаханаһына 27 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә, ул яңы тыуған сабыйын ҡотҡарыуҙарын үтенә. Табиптар һыуынып бөткән кәүҙәне ҡулдарына алып, шаҡ хәтергес хәлдә ҡала. Тәфтиш комитеты тикшереү башлай, һуңынан асыҡланыуынса ҡатын балаһын 3 март уҡ тапҡан булған. Был мәлдә бер үҙе булған күрәһең, балаһын таба ла мунса соланында ҡалдыра һәм биш көн үткәс кенә сабыйын иҫенә төшөрә, әммә һуң була шул. Ахырҙа уның үле кәүҙәһен алып дауаханаға килә, ҡотҡарыуҙарын үтенә. Табиптар шундуҡ полицияға хәбәр итә. Тикшереү барышында мунсала енәйәт дәлилдәрен - ҡатындың өҫ кейемен һәм тасты табалар. Әле ҡатынды дауаханаға һалғандар, ә баланың кәүҙәһе судмедэкспертизаға ебәрелгән.