Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 11:58

Коронавирус посылка менән дә килмәҫме?

Урындағы почта эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеп алдыҡ.

Яңыраҡ Учалыла федераль почта хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Л.Р. Шафиҡов булып китте.
Форсат менән файҙаланып, Өфө ҡунағына һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.
Баҡһаң, былтыр октябрь айында “Рәсәй почтаһы” федераль унитар предприятиеһын акционер йәмғиәткә әйләндереү тамамланған икән. Эйе, акционерҙар йәмғиәтенең төп бурысы – килем алыу, шулай ҙа Ленард Шафиҡов артабан да социаль бурыстарыбыҙ онотлмаясаҡ, тип ышандырҙы. Сөнки төп акционер булып һаман да дәүләт ҡала бит.
Әйтәйек, републикала 70 проценттан ашыу ауыл почта бүлексәләре зыянлы эшләй, ә Учалы районында – тулыһынса. Әммә бөтөрөргә йыйынмайҙар, сөнки ауылдарҙағы көнитмешкә ҡырҡа кире йоғонто яһар ине был ғәмәл. “Урындағы халыҡты ҡайғыртабыҙ, әммә ауыл кешелерәнән дә почтальондарға ярҙам кәрәк, - тип билдәләне Ленард Рәмил улы , - Тәү сиратта, әлбиттә, гәзит-журналдарға яҙылыу, аҡса кеременең тос өлөшө тап баҫмаларҙы таратыуға тура килә. Бынан тыш, почта кәрәк-яраҡ менән сауҙа итеүе мәғлүм, урындағы кешеләр тауарҙы почтальонға заказ яһап килтертә икән, башҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәрҙе инҡар итмәһәләр, ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ.
Почтальондарҙың түбән эш хаҡы, ошо арҡала эшләргә теләүселәрҙе табыуы ҡыйын икәнлеге тураһында ла һүҙ сығарҙыҡ. Өфө ҡунағы бының менән килешмәне, уның фекеренсә - һәр почтальонға кәмендә МРОТ (эш хаҡының минималь күләме, Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 13 949 һум) түләнә. Бынан тыш, план үтәгән, гәзит таратҡан, тауар һатҡан, түләүҙәр ҡабул иткән өсөн өҫтәлмәләр ҡаралған, ти. Ошо арҡала республикала (Учалы районында түгел!), айына 40 мең һум эш хаҡы алған ауыл почтальондары ла бар, ти. Әллә инде, һорашып белеүебеҙсә, ярты ставка итеп кенә эшкә алынғас, бәғзе хеҙмәткәрҙәр минималь эш хаҡын да алып еткермәйҙәр түгелме?
Почта эшмәкәрлегенең бик ҙур өлөшө посылка ташыуға ҡайтып ҡала. Заманы шул бит, күптәр хәҙер үҙенә кәрәген интернеттан һайлай һәм заказ бирә. Үҙенең ҡытыршылыҡтары барлығын бар, әммә Учалы магазиндарында тәҡдим ителгәндән сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә осһоҙораҡ килеп сыға. Тик бына тауарҙы башлыса Ҡытайҙан ҡайтартырға күнеккәнбеҙ, ә унда коронавирус хөкүм һөрә.... Посылка аша килмәҫме ҡурҡыныс инфекция?
-Был беҙҙең компетенция түгел, беҙҙең бурыс – йөктө бер адрестан икенсеһенә илтеү, шуға ла өҙә әйтергә хаҡым юҡ, - ти директор. урынбаҫары , - Әммә шуны ла билдәләйек - вәкәләттәре булған учреждениелар был мәсьәләне етди контроль аҫтында тоталыр, һәр хәлдә лә, башҡа илдәрҙә Рәсәйгә ҡарағанда коронавирус йылдамыраҡ тарала. Тимәк, беҙҙә, профилактика саралары тейешле кимәлдә башҡарыла.
Әйткәндәй, һуңынан “Роспотребнадзор” хеҙмәте башлығы Анна Попованың аңлатмаһын таптыҡ: Ҡытайҙан тауар менән килгән посылкалар хәүефһеҙ, был сир кешегә әйбер аша йоғоу осраҡтары билдәһеҙ, ти. Һалыу вирустары кеше тәненән тышта оҙаҡ йәшәй алмай икән, тауарға, хатта, эләккән булһа ла, бер-ике аҙна Ҡытайҙан посылка килгәнсе, микроорганизмдың әҫәре лә ҡалмаҫ ине, тип күҙаллайҙар белгестәр.
Читайте нас: