Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһы сирек финалында “Авангард” һәм “Салауат Юлаев” араһында бишенсе уйын Балашихала үтте. Осрашыу Өфө хоккейсылары файҙаһына 6-3 иҫәбенә тамамланды. Шулай итеп, серияла “Салауат Юлаев” 3-2 иҫәбенә алға сыҡты. “Салауат Юлаев” һәм “Авангард” араһында алтынсы осрашыу иртәгә Өфөлә үтә. Серия дүрт еңеүгә тиклем дауам итә.