Ҡомалаҡ икмәгенең файҙалы булыуын беләһегеҙме? Ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк кешене тынысландыра, һәйбәт йоҡлата. Ашҡаҙанға ла ул яҡшы тәьҫир итә. Ҡомалаҡ икмәге тиҙ иҫкермәй, еҫләнеп бармай. Аҙналап ятҡан икмәк үҙенең сифатын да, тәмен дә юғалтмай.