Өфөлә мөмкинлектәре сикле балалар өсөн студия асылды. Уны үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән әсә, билдәле алып барыусы Земфира Байбулдина етәкләй. Унда балалар уйнай, балсыҡтан һауыт-һаба һәм һындар әүәләй ала. Кескәйҙәр менән профессиональ артистар ҙа шөғөлләнә.