Таҫтар тураһында мәғлүмәтте күп эҙләнем. Милли музейҙә һаҡланған таҫтарҙы өлгө итеп алып, шуға оҡшатыңҡырап үҙемә таҫтар эшләп алдым. Эшләүен - эшләнем...ә нисек ябынырға һуң? Төрлөсә ҡыландырҙым инде. Оҙон бит, 3 метр. Оҙаҡ мәшәҡәтләндем ...1-сеһенә биҙәкле осон самалап, ҡыҫҡа итеп түшелдерек һалған кеүек алға һалып шарф һымаҡ итеп ябындым да булавка менән эйәк аҫтынан оҙон яғы менән беректерҙем. 2-сеһенә оҙон биҙәкһеҙ яғы менән башты түпә менән ҡаплап уратып алға төшөрҙөм. Биҙәкһеҙ осо арҡала була тиелгән бит инде...Шуға эйәк аҫтынан ҡубып торған ерҙәрен матурлап ҡымтып шарф һымаҡ итеп арҡаға һалдым. Шәхсән миңә таҫтар ябыныу оҡшап ҡалды әле ул. Бәйләүе мәшәҡәтле булһа ла, ололарға ары-бире проблемный ерҙәрҙен ҡаплау мөмкинселеген бирә))) әйтәйек, шәмтерәгән муйынды, йыйырсыҡлы яңаҡты ????