Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 12:01

Тау-таш күп беҙҙең яҡтарҙа.

Учалы районындағы боронғо атамалар онотолмаһын ине!

Озерный ауылынан Нәҡип Әйүпов яҙғандарҙан. Урал тауҙарында көн күргәс, “таш” һүҙенә бәйле атамалар айырыуса күп Башҡортостанда. Учалыбыҙҙа Уйташ менән Ҡурташ мөһабәт ҡалҡып торалар. Мин йәшәгән Озерныйҙа күл буйында Ҡаяташ ( халыҡ телендә “Скала” тип тә йөрөтәләр), Оҙонкүлдә – Ташъяр, Кәбәнташ, Аһылайҙа – Сыуалташ, Ҡобағошта – Ташморон, Килмәк, Рафиҡ ауылдары янында - Музыка ташы ( сөнки гармунға оҡшаш), Һуҡаташ, Сәнсәр аръяғында - Һылыуташ, Ҡыҙҙар ташы, Ҡапҡаташ, Кәзә ташы, Наурыҙҙа -Ҡыяташ, Күбәташ, Һандыҡташ, минең тыуған ауылым Ғәлиәхмәрҙә - Өйҙөҡараташ, Ташморон, Партаташ ( уҡыусыларҙың элекке парталарына оҡшаш, ултырғысы ла бар) тигән ташҡа бәйле топонимдар (географик атамалар) билдәле. Мин белмәгәндәр ҙә күптер әле. Районыбыҙҙа “таш” һүҙенә тамырланған ауылдар ҙа бар (йә булған): Ташкисеү, Ташҡыя, Ҡушташ (һуңғы ултыраҡ Миндәк янында, хәҙер ҡороу өҫтөндә), Алтынташ, Ташморон. Шулай итеп, ата-бабаларыбыҙҙың телмәрендә “таш” һүҙе бик йыш яңғырағандыр. Күҙ алдына килтереп кенә ҡарайыҡ әле: “ Бейәләрегеҙ Аҡташ буйында йөрөй. Һарыҡтар көтөүҙән айырылып Өйҙөҡараташҡа менеп баралар. Минең сабынлығым Ташморон аҫтында. Ғәлиәхмәрҙәр борон Һылыуташта йәйләгәндәр”. Ниндәйҙер ғәжәйеп камил моң булып ишетелә бит! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙең яҡташ вәхиштәр (ҡомартҡыларҙы юҡҡа сығарыусы вандалдар) Озерныйҙа Ҡаяташты, Рафиҡ янындағы Һуҡаташты емергәндәр ҙә инде. Гөлнара Ғәлина өс-дүрт йыл элек төшөргән фотоһүрәткә ҡарап булһа ла, Ҡаяташты күреп һоҡланығыҙ. Өҫкө өлөшө бөгөнгө көндә юҡ инде, кемгәлер тынғы бирмәйенсә, китеп төшөргәндәр. Фотоға диҡҡәт менән ҡарағыҙ әле – күлгә уйсан төбәлгән кеше башын хәтерләтә ине бит...
Читайте нас: