Ағас тейәгән КамАЗ автомобиле Учалы ауылы янындағы тимер юл переезында тепловоз менән һуғылды. Кисәнге,10 март, ҡараңғы төшкәс, була был ваҡиға.
Машинаны түңкәрә һуҡҡан, шөкөр, кеше ҡорбандары юҡ. Автомобиль һәм водитель – Ҡаҙағстандан, тип белдерҙе беҙ һөйәләшкән ЮХХДИ хеҙмәткрәҙәре. Водителгә светофорҙың тыйыу сигналына бойһонмаған һәм страховкаһы булмаған өсөн административ штраф та һалып өлгөргәндәр был сәғәткә.
-Тимер юлындағы перезд – юлдың иң ҡатмарлы, хәүефле участкаһы, - ти ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова, - айырыуса уяу булыр кәрәк!