Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 17:45

Үҫентеләр ултырта башланығыҙмы?

Егәрлеләр өсөн ҡыҙыу ваҡыт – баҡсасылыҡ осоро башлана. Күптәр был шөғөлдө күңелгә ләззәт биргән, кинәнес биргән яратҡан шөғөл тип иҫәпләй. Күп кенә тәжрибәле баҡсасылар үҫенте ултыртҡанда, баҡса эштәрен башҡарғанда айҙың фазаһын иҫәпкә алырға кәңәш итә. Улар шулай уҡ бөтөнләй ер эше менән булышырға ярамаған көндәрҙе лә билдәләй.Был айҙа орлоҡ әҙерләү өсөн уңайлы көндәр

9 мартта – тулы ай, 10 марттан 23-өнә тиклем ай кәмеү фазаһында була. Был осорҙа күп үҫентеләрҙе сәсмәү кәңәш ителә. 24 мартта яңы ай тыуа һәм ул 25-енән 31 мартҡа тиклем үҫеү фазаһында була.
Был айҙа орлоҡ әҙерләү өсөн уңайлы көндәр: 11, 13, 17, 18 һәм 22 март.
Үҫентеләр ултыртыу өсөн ҡулай көндәр:
ҡыяр – 28, 29, 31 март;
томат – 29, 30, 31;
баклажан – 13, 14, 23;
борос – 13, 14, 23;
кәбеҫтә – 13, 14, 23;
йәшел тәмләткестәр – 13, 14, 22;
кишер – 13, 14;
редис – 13, 14, 23.
Март айында сәсеү, күсереп ултыртыу өсөн уңышһыҙ, йәғни “ҡоро” көндәр: 9, 24, 25.
Миҙгел уңышлы килһен, баҡсағыҙ мул уңыш менән һөйөндөрһөн!
Читайте нас: