Мейестә кишер һәм һуған менән бешерелгән балыҡтың тәмлелеге! Эштән, уҡыуҙан өйгә ашҡынып ҡайтҡан яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ уны һис шикһеҙ баһалар. Тәмле генә түгел, ифрат файҙалы ла ул. Ашығыҙ тәмле булһын! Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 800 грамм минтай балығы, ике кишер, ике баш һуған, 30 миллилитр көнбағыш майы, ике аш ҡалағы томат пастаһы, 50 миллилитр һыу, ике төш һарымһаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос кәрәк була. Башта кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп, һуған, томат пастаһы ҡушып табала ҡурырға ҡуябыҙ. Унан тоҙ, борос, һыу ҡушып, өс минут тирәһе быҡтырабыҙ. Артабан балыҡтың эсен таҙалайбыҙ, ҡанаттарын ҡырҡып алабыҙ. Формаға быҡтырылған йәшелсәләрҙе һалабыҙ, һарымһаҡ та ҡушабыҙ. Өҫтөнә балыҡтарҙы теҙәбеҙ, ҡалған йәшелсәләрҙе уларҙың өҫтөнә һалып сығабыҙ. Форманы фольга менән ябып, 220 градуста 45 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Әҙер ризыҡҡа әнис йәки петрушка һибеп ебәрергә була. Ашығыҙ тәмле булһын!