“Рособрнадзор” хәбәр итә. Коронавирус таралыу сәбәпле, әлеге ваҡытта БДИ һәм төп дәүләт имтиханын тапшырыу ваҡытын күсерергә йыйынмайҙар. Имтихандарға әҙерлек бара, улар расписание буйынса билдәләнгән ваҡытта үтергә тейеш. Шулай ҙа Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәлде иғтибар менән күҙәтеп баралар, һәм кәрәк икән өҫтәмә ҡарар ҡабул итеүҙәре лә ихтимал.