Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу өсөн бер миллиард һум самаһы аҡса бүленгән. «Тыуған урам» проектына ярашлы, тәүлегенә 600 автомобиль үткән, халҡы 1 меңдән ашҡан ауыл урамдары ремонтланасаҡ.Юлдарҙы төҙөкләндереү барышында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҙа булдырыласаҡ. «Тыуған урам» проектына 400-гә яҡын ауыл ингән. Эштәр 1 июндә башланасаҡ.