Ҡала һәм Учалы ауылынан тыш башҡа ултыраҡтарҙа – айына 35 һум, ат хаҡы түгел бит! Түләп ҡалығыҙ, суд аша булһа, ҡиммәтерәккә төшөр. Былтыр Учалы районында түләүҙәрҙең 83 проценты йыйылған икән, дөйөм бурыс 4 миллион һумдан ашыу. Амангилде ауыл Советында иң яҡшы күрһәткес – 72 % хеҙмәтләндереү хаҡы йыйылған, Ахун, Илсеғол, Яңы Байрамғол, Туңғатар, Учалы ултыраҡтарында – 60 % ашыу. Ә бына Бөйҙө, Ҡунаҡбай, Поляковка ауыл Советтарында урындағы халыҡ түләүҙәрҙең яртыһын да тапшырмаған, тип хәбәр итә район хакимиәте.
Учалы ҡалаһы халҡынан үрнәк алырлыҡтыр: күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең 2 % ғына сүп-сар сығарған өсөн былтырғы өсөн дә хәжәтле. Дөрөҫ, коттедждарҙа көн күреүселәр ҡалала ла байтаҡҡа күберәк бурыслы.