Яйыҡ
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 18:45

Тәмле икән ҡоймағы!

Селтәрле ҡоймаҡБыл ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә. Бер йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туҡырға. Артабан ярты литр кефир ҡойоп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты сәй ҡалағы сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туҡырға.

Әсе ҡоймаҡ1 литр hөткә 0.5 литр йылымса hыу. Шуға 2 балғалаҡ “Пакмайя” сүпрәһе, 3 балғалаҡ шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы тулыр-тулмаҫ тоҙ ҡушабыҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпереп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башларға була.Ҡалын төплө табалар отошлораҡ. Табалар майланмай, бешкән ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлап, ҡатлап hалып барыла. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле килеп сыға.
Читайте нас