Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 10:30

Тиҙ һауығыу өсөн

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың дауаханалары һәм поликлиникалары роботлаштырылған механотерапия аппараттары ала.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарына ярашлы, Башҡортостандың дауаханалары һәм поликлиникалары роботлаштырылған механотерапия аппараттары ала башланы, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы заманса ҡорамалды тәүгеләр рәтендә алды. Баш ҡаланың йәнә 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникалары, 17-се балалар клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы ошондай аппаратлы буласаҡ. “Был заманса ҡорамал йәрәхәттәрҙән, һөйәк һынғандан һуң өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймауға, операциянан аҙаҡҡы осорҙа быуындарҙы дауалауға, уларҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеүгә, тиҙерәк һауығыуға булышлыҡ итә”, – тинеләр ведомствола. Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя. 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырылған.
"Башҡортостан".
Читайте нас: