Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 13:30

Уйлағаның алдыңа килә

Танылған яҙыусы Дарья Донцова менән була был хәл. Егерме йыл тирәһе элек Аграфена Васильева исемле ҡатындың ике яҡ түшендә яман шеш табалар. Ауырыу һуңғы стадияға еткән була, табиптар бер нисә айҙан вафат буласағын әйтәләр. Әммә Аграфена, тормош иптәшенең өгөтләүе буйынса, аҡылдан яҙмаҫ өсөн алда нимә көтәсәген уйламаҫҡа тырыша, ауырыуҙы тулыһынса ҡабул итә һәм тормошҡа позитив ҡараш булдыра.

Алдан әйткәйнек инде, күп ауырыуҙар артыҡ уйланыуҙан, оҙайлы стресс кисереүҙән йәки кемгәлер үпкәләүҙән, ғәйеп тағыуҙан, көнләшеүҙән барлыҡҡа килә. Шулай уҡ башҡаларҙың һеҙҙең менән идара итеүен теләмәү, һәр яңылыҡты ҡырҡа ҡаршы ҡабул итеү ҙә сәбәпсе була.Уйланыуға ҡағылышлы ябай ғына миҫал килтерәйек. Көнө буйы үҙ-үҙеңде тәнҡитләһәң, үҙеңдән ниҙер талап итһәң, үткәндәреңдә соҡонһаң, кисенә баш ауырта башлай бит. Күптәргә таныш хәлдер, шулаймы? Ғәҙәттә, был кешеләрҙең үҙбаһаһы түбән һәм үҙ-үҙенә ҡарата насар мөнәсәбәттә булыуы хаҡында һөйләй. Күп уйлап та, барыһын әйтеп бөтөрмәгән йәки башҡаларҙың фекере менән килешә алмаған кешенең эсендә йәшерелеп, һаҡланып ҡалған кире тойғолары, уйҙары ауырыуға юл һала. Әгәр кеше ни сәбәптән минең башым ауырта тигән үҙ-үҙенә биргән һорауға яуап таба икән, тимәк, психологик проблеманы ла хәл итә аласаҡ.Уйлаһаң уйылып китерлек тибеҙ. Уйылып китерлек булғас, тимәк, улар еңел-елпе генә түгел улар. Был ваҡытта һәр кем йөрәк тибешенең йышайыуын, баш әйләнә башлауын һиҙәлер. Ә уйҙарың насар, негатив булһа, хәл тағы ла ҡырҡыулана төшә. Әлбиттә, бөтөнләй уйламай ҙа йәшәп булмай, әммә һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Университетта бер уҡытыусым, филология фәндәре кандидатының әйткәне хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды: “Беҙ, уҡытыусылар, теләһә нәмә уйларға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, сөнки мәктәптә эш күп, ғаиләләге мәшәҡәттәрҙе һанап тораһы ла юҡ. Беҙ көнгә, айға, йылға маҡсаттар ҡуйып йәшәйбеҙ, шуға ауырырға әмәл дә ҡалмай”. Ысынлап та, уның һүҙҙәре төптө дөрөҫтө һөйләй. Әгәр йәшәү рәүешең башыңа файҙаһыҙ, ерһеҙ уйҙар индерергә юл ҡуймай икән, тимәк, һеҙ һау кеше. Тормоштан алынған бер нисә миҫал менән бүлешеп үткем килә.Танылған яҙыусы Дарья Донцова менән була был хәл. Егерме йыл тирәһе элек Аграфена Васильева исемле ҡатындың ике яҡ түшендә яман шеш табалар. Ауырыу һуңғы стадияға еткән була, табиптар бер нисә айҙан вафат буласағын әйтәләр. Әммә Аграфена, тормош иптәшенең өгөтләүе буйынса, аҡылдан яҙмаҫ өсөн алда нимә көтәсәген уйламаҫҡа тырыша, ауырыуҙы тулыһынса ҡабул итә һәм тормошҡа позитив ҡараш булдыра. Ҡатын күп итеп детектив әҫәрҙәр яҙырға тотона, йорт эштәре менән дә булыша, иренә, йорт хайуандарына иғтибарын арттыра, йәғни бер минут та буш ваҡыты булмай. Уның әҫәрҙәре Дарья Донцова исеме аҫтында миллионлаған тираж менән китап булып нәшер ителә. Табиптар ҡатындың ике түшен дә ҡырҡып ала, ауырыу артҡа сигенә һәм бөтөнләйгә ташлап китә. Дарья Донцованың миҫалы күп ҡатындарға ауырыуҙы еңеп сығырға ярҙам итә.Күптән түгел “Ағиҙел” журналының элекке һандарында билдәле артис, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Вәхит Хызыровтың яҙмаларына, хикмәттәренә юлыҡтым. Ул журналда атай-әсәһенең, өләсәһенең тормош тәжрибәһе хаҡында тәфсирләп яҙып сыҡҡан. Был ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте тағы ла тулыландырыу маҡсатында йырсы эшләгән Өфө сәнғәт колледжына барып килдем.Вәхит ағай һөйләүенсә, өләсәһе Маһира инәй бойоғоп ултырыр кеше булмаған, уның тормошҡа ҡарашына хайран ҡалырлыҡ. Маһира инәй таш яуып торһа ла, көн боҙолоп, буран сыҡһа ла: “Һа-а-ай, көнө былай алаймы мы”, – тип ҡабатлар булған. Ә үҙе 90 йәшлек сағында ла 70 саҡрымлыҡ ерҙе йәйәү үткән. Маһира инәй йомартлығы, зирәк аҡылы менән һәр саҡ ауылдаштарына терәк булған, бер кемде лә ярҙамынан мәхрүм итмәгән. Ауылда кендек әбейе булараҡ та ҙур абруй ҡаҙанған. Әжәл килер көн еткәс, хәс тә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы Оло инәй кеүек, барыһын да үҙ янына йыйып алған. Унан алда өйөн зым-зыя итеп йыйыштырып, мейесте аҡлап, һауыт-һабаһын йыуып, түшәктәрен ҡағып ҡуйған. Хушлашырға килгән кешеләргә, муллаға ҡарап: “Бына бөгөн мин һеҙҙе йыйып алдым әле. Йәшәй-йәшәй, йыбанып та кителде. Бөгөн теге яҡҡа юлланырға уйлайым. Бәхил булығыҙ”, – тигән дә, урындыҡҡа һуҙылып төшөп ятып: “Һа-а-ай, көнө былай алаймы ни”, – тип мәңгелеккә китеп тә барған.Маһира инәйҙең тормошҡа ҡарашы уның балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскән. Ҡыҙы Әҡлимә, Вәхит Хызыровтың әсәһе лә, шулай уҡ бер ваҡытта ла тормош ауырлыҡтарына зарланмай. Әлеге көндә Таштимер ауылында туҡһанын ҡыуып барыусы Әҡлимә инәйҙең йорто ауылда иң матуры һанала. Оло йәштә булыуына, балаларының өгөтләүенә ҡарамаҫтан, инәй һаман да йортон төҙөкләндереүен дауам итә, быға уның бер һылтауы бар – эшһеҙ ултырып ҡартайырға ҡурҡа. Вәхит ағай һөйләүенсә, Әҡлимә инәй яҙ һайын 700-800 төп помидор, һәр йәшелсәне 7-8-шәр түтәл ултырта, тиҫтәләгән ҡаҙ бәпкәһе ала, сәскәләр үҫтерә. Үҙе әйтеүенсә, хеҙмәт бар ауырыуға дауа.Насар уйҙарҙан арыныр көскә хеҙмәт кенә түгел, башҡа төрлө ысулдар ҙа эйә, мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнеү ныҡ ярҙам итә. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, аяҡтарыңды эшләтеп алһаң, уйҙарың таҙарып ҡала, кәйеф тә күтәрелеп китә.Доғаның сихри ҡөҙрәте тураһында ла күптәрҙең ишеткәне булғандыр. Күңелдә яҡты уйҙар булған осраҡта ғына доға ҡабул була.Асыҡ әңгәмә ваҡытында ла кешене яңғай яҡҡа көйләп ебәреү ихтималлығы ҙур. Урыҫтарҙың, утро вечера мудренее, тигәне лә хаҡ, тимәк, йоҡо ваҡытында баш мейеһе барлыҡ насар уйҙарҙан, хистәрҙән арына. Шуға яңы көндө тик яҡшы ниәттәр менән генә башлау зарур.Ябайлыҡта – бөйөклөк тигән кеүек ошондай ябай ғына ҡағиҙәләр беҙҙең тормошобоҙҙо бар итә, уның дөрөҫ ағышына йоғонто яһай. Шуға күрә насар уйҙан йырағыраҡ торған һайын тәнең дә, йәнең дә һау-сәләмәтлерәк буласаҡ, йәғни бәхетле тормоштоң сере бары позитив уйҙа йәшеренгән.Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
Читайте нас: