УЙЛАҒАНЫҢ АЛДЫҢА КИЛӘБөгөнгө заманда әлеге мәсьәлә менән махсус шөғөлләнгән фән бар, ул “психосоматика” тип атала. Уның популярлығы көндән-көн арта, интернет селтәрендә ошо юҫыҡтағы мәҡәләләр бихисап. Бөгөн табипҡа күренгән һәр кем шул яҙмалар менән таныша ла, бөтәһен дә хафаға һалып, үҙ-үҙенә диагноз ҡуйып бөтә.Нимә һуң ул психосоматика? Ысынлап та, психика менән кеше араһында бәйләнеш бармы? Психологик ауырыуҙар нисек килеп сыға? Уларҙы дауалап буламы?“Психосоматика” иҫке грек теленән “йән” һәм “тән” һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, ул ауырыуға сәбәпсе булған психологик факторҙарҙы өйрәнеүсе фән. Билдәле психолог, яҙыусы Луиза Хей билдәләүенсә, һәр ҡайһы ауырыуҙың үҙенә генә хас сәбәбе бар, йәғни барлыҡ сирҙәрҙең башында уй-фекер тора. Мәҫәлән, ангина үҙ һүҙеңде еткерә алмауҙан, дөрөҫөн әйтергә ҡурҡыуҙан барлыҡҡа килә.Тымау үҙ-үҙеңә булған ҡәнәғәтһеҙлектән, эске һыҡтауҙан килеп сыға.Туҡланыу буйынса проблемаларға киләсәктән ҡурҡыу, тормошта үҙ юлыңды таба алыуға шикләнеү хисе этәргес була.Йоҡлағанда хырылдауға иһә үҙеңдең элекке ҡараштарыңдан, стереотиптарыңдан ҡотолорға теләмәү сәбәпсе.Арҡа һөйәгенең кәкрәйеүенә эске энергияның көсһөҙ булыуы, ышаныстарын бойомға ашыра алмау ҡурҡынысы булышлыҡ итә.Йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғандарҙы иһә ғәйеп тойғоһо, кешеләргә ышанмаусанлыҡ борсой.Алкоголизмдан ҡотола алмаусыларҙы “кемгә кәрәк?” тигән һорау, үҙеңде файҙаһыҙ итеп хис итеү, ғәйеп тойғоһо, үҙ-үҙен нисек бар, шулай ҡабул итә алмау тынғылыҡ бирмәй.Артыҡ һиҙгер булыу, тирә-йүндәгеләрҙән терәк һәм яҡлау өмөт итеү мохтажлығы һәм башҡаларҙы ғәфү итә белмәү тойғолары йыш ҡына һимереүгә алып килә, тип иҫәпләй.Ысынлап та, был ауырыуҙарҙың психологик нигеҙҙә килеп сығыуы ихтимал бит? Тормоштағы бер миҫалды алайыҡ. Бер баланы атай-әсәһе һәр ваҡыт күп һөйләүҙән тыйған, әрләгән, хатта ваҡыты менән яза ла эләккән. Сабыйҙың ошо рәүешле баҫылып йәшәүе аҙаҡ үҙен һиҙҙерткән, ҡыҙҙың мейеһенә кире сигнал ебәрелгән. Үҫә килә уның тамағы ауырта башлаған, ангина ыҙалатҡан, ҡыҙ һөйләшә алмаҫлыҡ хәлгә еткән. Сир сир менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай тәрбиә алған баланың тормошҡа ҡарашы ыңғай булыуы икеле, сөнки уның баҫылып йәшәүе киләсәктә үҙ-үҙен асырға, ниндәйҙер уңыштарға ирешергә кәртә лә булып торасаҡ.